Хөрмәтле Арғаяш халҡы! Ҡәҙерле милләттәштәр!

Моңһоу һалҡын көҙ көндәренә байрам кәйефе өҫтәп, күңелдәрҙе йылытырға тип һеҙгә юлланабыҙ. Сибай концерт-театр берекмәһе «Илем барҙа – йырым бар» исемле сағыу, күңелле, рухлы концерт программаһы менән Силәбе өлкәһенең Арғаяш районына гастролдәргә сығабыҙ! Гастролдәр 20 сентябрҙән – 25 сентябргә тиклем дауам итәсәк.

20 сентябрь  – Дәрбиш ауылы

21 сентябрь – Аяҙғол ауылы

22 сентябрь  – Байрамғол ауылы

23 сентябрь  – Ҡолой ауылы

24 сентябрь  – Яңы Субыл ауылы

25 сентябрь – Арғаяш ауылында Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре сиктәрендә үткән тантаналы байрам концертында ҡатнашасаҡтар.

Ҡурай моңдарын, туған телебеҙҙәге йыр-көйҙәрҙе тыңлап, бейеүҙәрен алҡышлап күңелдәрҙе рухландырып ҡалырға ашығығыҙ, ҡәҙерле дуҫтар!!!