Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы бойороғона ярашлы 27 сентябрҙән мәҙәни сараларға инеү өсөн:
– вакцинация үтеүҙе раҫлаған QR-код
– йәки һуңғы алты айҙа сирләү тураһында белешмә,
– йә иһә медицина ойошмаһынан коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатырға ярамауы хаҡында белешмә кәрәк.
Талап ителгән документтарҙы күрһәтеү мөмкинлеге булмаһа, һатып алған билеттарҙы кире тапшырырға мөмкин.
Шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланыу (битлек кейеү), учреждениеларға ингәндә тән температураһын үлсәү һәм социаль арауыҡты һаҡлау мотлаҡ.
Сикләүҙәрҙе аңлап ҡабул итеүҙәрен һорайбыҙ. Әлеге саралар инфекцияның таралыуын туҡтатыуға йүнәлтелгән.