10 декабрҙә Ҡазан ҡалаһында үтәсәк төрки халыҡтарҙың “Көнсығыш баҙары” I Халыҡ-ара эстрада фестивален асыу тантанаһында Сибай концерт-театр берекмәһе артистары ла сығыш яһаясаҡ. Рәмил Туйсин етәкселегендәге ижади төркөм сәфәргә сыға. Йырсылар Сөмбөл Моратова, Алина Вәхитова, Фаил Йортбәков, ҡурайсы Айнур Әминев, думбырасы Илнур Сәлимгәрәев, гитарасы Радик Далхин, саксофонсы Радмир Иҫәнғоловтар яуаплы сараға әҙер.
Артистарыбыҙға хәйерле юл һәм уңышлы сығыштар теләйек.