Кисә, 10 декабрь көнө, Ҡазан ҡалаһында төрки халыҡтарҙың “Көнсығыш баҙары” I Халыҡ – ара эстрада фестивален асыу тантанаһында Башҡортостандың лайыҡлы вәкилдәре булып, Сибай концерт – театр берекмәһе артистары уңышлы сығыш яһаны. Бөгөн Түбәнге Кама ҡалаһында милләттәштәребеҙ менән осрашыу хөрмәтенә концерт буласаҡ.