Оҙаҡ йылдар Сибай ҡалаһында йәшәгән һәм ижад иткән, ҡаланың мәҙәни үҫешенә күп көс һалған яҡташыбыҙ, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, РФ һәм БР-ның Яҙыусылар һәм Журналистар союзы ағзаһы, композитор Зөһрә Фәйзуллинаның хәтер һәм ҡәҙер кисәһе ойошторола. Сара 12 мартта А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында үтәсәк.
Кисәлә Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Фәрүәз Урманшин, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артистары Лина Ғәниева һәм Альберт Салауатов, билдәле эстрада йырсыһы Сәйет Билалов, Әбйәлил районы таланттары – “Ҡайтам әле әбйәлилгә” һәм “Әбйәлилдең йәштәре” төркөмдәре һәм, әлбиттә, Сибай концерт-театр берекмәһе йырсылары ҡатнашасаҡ.