Сибай концерт-театр берекмәһе бинаһында үткән һәр бер сара – республика кимәлендәгеләре лә, ҡала масштабындағылар ҙа хужаларҙың ҡатнашлығында үтә, артистарыбыҙ сағыу сығыштары менән һәр конференцияға, семинарҙарға мәҙәни-мәғәнәүи төҫ бирә. Ҡала уҡытыусыларының август конференцияһында ла коллегаларыбыҙ үҙҙәренең тос өлөшөн индерҙе, сөнки шунһыҙ булмай: мәғариф менән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеге бергә үрелгән.