Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Нур-Солтанда башҡорт йыйыны үтте. Мәғлүм булыуынса, унда ун алты меңләп башҡорт йәшәй. Сибай ҡалаһы концерт-театр берекмәһе артистары һәр саҡтағылай сит өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙгә Башҡортостан Республикаһы исеменән башҡортобоҙҙоң йыр-моңон, дәртле бейеүҙәрен бүләк итте.