Сибай ҡалаһының ижади коллективтарын Сибай концерт-театр берекмәһенең Ҙур залында республика үҙешмәкәр художестволы халыҡ коллективтарының “Дуҫлыҡ гөлләмәһе” фестивале йыйҙы. Культура.РФ порталында тура эфир!!! https://www.culture.ru/live/broadcast/39900/festival-socvetie-druzhby-v-g-sibai

Бөгөн Сибай концерт-театр берекмәһендә янғын хәүефһеҙлеге буйынса планлы өйрәнеүҙәр үткәрелде. Берекмә хеҙмәткәрҙәре күнекмәне уңышлы үтте, сара аҙағында Сибай янғын часы начальнигы Батталов Радмир Илшат улы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрҙе тураһында һөйләне.

Бөгөн беҙҙең сәхнә түрендә – йыш, популяр йырсылар Гөлназ Асаева һәм Вилдан Шәмсетдинов сығыш яһаны. Тамаша тулы зал менән үтте.

“Сулпан” балалар театрының Бөрйән районындағы гастролдәре тамам. Тамашасыларға А.П.Чеховтын «Каштанка» хикәйәһе буйынса ҡуйылған спектакль күрһәтелде. Цирктың ҡабатланмаҫ атмосфераһын, шаулы урамдарҙың ығы-зығыларын асыҡ итеп күрһәтә алған тамаша балалар тарафынан йылы ҡабул ителде.

Сәнғәт кешеһенә күп кәрәкмәй, тулы залдар, аншлаг булһа, шул етә. Юҡ, сәнғәт кешеһенә бик күп кәрәк. Уға иғтибар, билдәлелек кәрәк, хатта тамашасы һөйөүе лә аҙ уға, рухи таяныс, милләттәштәренең ихласлығына мохтаж ул. Сибай концерт-театр берекмәһе артистары “Дәртле йәшлек бейеүҙәре – һағындырҙың, РИТАЙЫМ!” исемле концерт программаһы менән республикабыҙҙың туғыҙ ҡалаһы буйлап турнела йөрөп ҡайтты. Нисек ҡабул…

Бөгөн сәғәт 13:45-тә Башҡортостан телевидениеһының “Юлдаш” каналы буйынса Сибай концерт-театр берекмәһе артистары ҡатнашлығындағы тапшырыу буласаҡ. “Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн” исемле һөйләшеүҙә коллегаларыбыҙ сәнғәт тураһында һәм өлөшләтә мобилизация хаҡында һүҙ алып барасаҡ.

Сибай концерт-театр берекмәһенең “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле тик бейеүҙәрҙән генә торған “Дәртле йәшлек бейеүҙәре – һағындырҙың, РИТАЙЫМ!” исемле программаһы менән Башҡортостан ҡалалары буйлап гастролдә йөрөй. Планлаштырылған туғыҙ ҡаланың етеһендә коллегаларыбыҙ уңышлы сығыш яһанылар. Баш ҡалала үткән концерт Ҡазан ҡалаһында хәрби әҙерлек үткән егеттәребеҙгә тура эфир аша күрһәтелде. Кискеһен буласаҡ концерт алдынан төрлө уҡыу йорттары талиптарына…

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры 17 октябрҙә Сибай концерт-театр берекмәһе сәхнәһендә 11 һәм 13 сәғәттә “Пеппи Длинный чулок” балалар өсөн спектакле менән сығыш яһаны.

Әбйәлил районы Ташбулат ауылында “Каштанка”

“Сулпан” балалар театры бөгөн Әбйәлил районы Ташбулат ауылында “Каштанка” спектакле менән сығыш яһаны. Эттәрсә тоғролоҡ тураһында һөйләгән, серле цирк атмосфераһы тыуҙырған был тамашаны йәш дуҫтарыбыҙ бик йылы ҡабул итте.  

30 ноябрь «Сулпан» балалар театры Баймаҡ ҡалаһынын 3-се һанлы мәктәбендә булды. А.П.Чеховтын «Каштанка» пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклде башланғыс класс уҡыусылары ҡараны.

10 сентябрь көнө «Сулпан» балалар театрында А.П.Чеховтын «Каштанка» пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакль премьераһы булды. «Кесе тыуған ил мәҙәниәте» – «Театр — балаларға» проекты буйынса башҡарылған эште саҡырылған ижади төркөм башҡарҙы: Ҡуйыусы режиссер Шәйхзада Бабич исемендәге Дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәңғәт эшмәкәре Мөсәлим Күлбаев. Сценография һәм костюмдар – Юлиә Ғиләзева Хореографы- Александр Родионов. Спектакль июнь…

«Пушкин картаһы» менән концертҡа!

1 сентябрҙән Рәсәйҙә «Пушкин картаһы» программаһы эшләй башланы. 14 йәштән 22 йәшкә тиклемге шәхестәр мәҙәни сараларға йөрөү өсөн «Дәүләт хеҙмәттәре. Мәҙәниәт» порталында теркәлеү үтеп электрон  «Пушкин картаһы» юллай ала. Карта иҫәбенә билеттар өсөн дәүләт тарафынан 3 мең һум аҡса бүленә. Был сумманы мәҙәни сараларға ғына ҡулланырға мөмкин – музей, театр, филармония, консерватория һәм башҡа мәҙәниәт…