
Сибай концерт-театр берекмәһе 31-се ижад миҙгелен мәңгелек йырҙар авторы, яратҡан легендар композиторыбыҙ Рим Хәсәновтың үлемһеҙ йырҙарынан торған шәп концерт менән асты. Йырсылар композиторҙың башҡорт эстрадаһы классикаһы миҫалында мәңгелеккә әүерелгән, башҡорт мәҙәниәте тарихында лайыҡлы урын алған иң матур йырҙарын башҡарҙы. Яңы миҙгелгә яңы концертты режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, яҡташыбыҙ Рита Өмөтбаева әҙерләгән.

Сибай концерт-театр берекмәһе артистары Өфөнөң “Нур” татар театрында “Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ” концертын ҡуйҙы. Баш ҡала мәктәптәре уҡыусылары өсөн әҙерләнгән Республика көнөнә арналған тамашаны сәхнәгә сығарыуға Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте етәкселеге булышлыҡ итте. Ҡыҙҙар-малайҙар милли рух, ватансыллыҡ тойғоһо менән һуғарылған концертты бик йылы ҡабул итте, һәр йыр, бейеүҙе алҡыштарға күмде. Ижади төркөм шулай уҡ Рәми Ғарипов…

Сибай концерт-театр берекмәһе артистары Екатеринбург ҡалаһында уҙған Башҡортостан мәҙәниәте көндәрендә ҡатнашты. Республика көнөнә арналған сараны йырсыларыбыҙ – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рөстәм Хәсәнов, артист-вокалистар Зәбирә Әминева, Зәриә Рысмөхәмәтова, Йәмил Ғайсин, оркестр музыканттары -Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марс Ишморатов, Айнур Әминов, Расих Садыҡов, «Сибай» халыҡ бейеү ансамбле сағыу сығыштары менән биҙәне. Тыуған яҡтан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ артистарҙың һәр сығышын…

Сибай концерт-театр берекмәһе артистары Санкт-Петербургта уҙған һабантуйҙа уңышлы сығыш яһап, имен-һау ҡайтып етте. Беҙҙең артистарҙың сығышын сит тарафта йәшәгән яҡташтар, милләттәштәр, ҡала, район етәкселеге лайыҡлы баһаланы һәм йыл һайын һабан байрамына килеүҙәрен һораны. Яҡшы сығыш яһаған кеүек, юлдан һуң яҡшы ял теләйбеҙ!
6 апреля в большом зале СКТО прошел фестиваль-конкурс хореографических коллективов «На крыльях танца» имени Ильнара Хатмуллина при поддержке Сибайской филармонии. Состязались около 30 танцевальных коллективов из г. Сибай, Баймак и районов Зауралья. Участники исполнили классические, народные, стилизованные, современные танцы.
Сибай концерт-театр берекмәһендә махсус хәрби операцияла һәләк булған Илнар Хәтмуллин иҫтәлегенә хореографик коллективтар араһында «Бейеү ҡанаттарында» фестиваль конкурсы үтте. Сибай сәнғәт колледжы Сибай филармонияһы ярҙамында ойошторған фестиваль-конкурста 6 йәштән алып 18 йәшкәсә бейеүселәр классик, халыҡ, стилләштерелгән, заманса бейеү башҡарып ярышты. Конкурсҡа Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла, Әбйәлил, Учалы райондарынан 30-ға яҡын бейеү ансамблдәре 70-тән ашыу номер алып килгән.

Бөгөн беҙҙең Сибай концерт-театр берекмәһенең «Сулпан» балалар театры Баш ҡалала барған «Берҙәм Рәсәй» партияһы «Кесе Ватан мәҙәниәте» һәм «Театр – балаларға» федераль проектының театраль декаднигында «Әкиәт китабы» пьессаһын йәш тамашасылар хөкөмөнә сығарҙы. Балалар мажаралы тамашаны күңелдәрен биреп ихлас ҡараны. Был спектакль уҙған йыл көҙ тәүге тапҡыр сәхнәләштерелде. Артистар уны Урал аръяғының ҡала һәм райондары мәктәптәрендә,…

Ҡотлайбыҙ! 👋🌷 Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев ҡаланың мәҙәни үҫешенә тос өлөш индергән учреждениелар етәкселәренә Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Улар араһында беҙҙең Сибай концерт-театр берекмәһенең директоры вазифаһын башҡарыусы Юнир Мөнир улы Кәлимуллин да бар. Етәксебеҙгә артабанғы эшендә уңыштар теләйбеҙ!

Журналист һәм яҙыусы Мөҙәрис Багаев иҫән сағында үҙен драматург булараҡ та танытып өлгөрҙө. Сибай концерт-театр берекмәһенең «Сулпан» балалар театры уның «Өс туған, кинйәләре Иштуған» әкиәтен сәхнәләштереп, бөгөн тәүге тапҡыр сәхнәгә сығарҙы. Спектакль йәш тамашасыға, йәғни мәктәп уҡыусыларына тәғәйенләнгән. Уны сәхнәгә Башҡортостандың халыҡ артисы Вәкил Йосопов ҡуйҙы. Рәссам-ҡуйыусыһы Луиза Дәүләтбирҙина, композиторҙар – Марат Ғөбәйҙуллин, Азат Исҡужин….

Билдәле булыуынса, хәҙерге заманда Ер шарында 6 меңдән ашыу тел бар. Уларҙың берәүҙәрендә меңәрләгән кеше аралашһа, икенселәрендә иһә бер-ике кеше генә һөйләшә. ЮНЕСКО Халыҡ-ара ойошмаһы тарафынан үткәрелгән тикшереүҙәр буйынса 6 меңдән ашыу телдең 40%-на яҡын арала юғалыу янай. Был исемлектә башҡорт теле лә бар. Телдәрҙең юғалыуын иҫкәртеү буйынса үткәрелгән сараларҙың береһе булараҡ, 21 февраль көндө бөтә…

Сибай концерт-театр берекмәһендә Сибай һәм Учалы филармонияларының берлектәге «Мөхәббәт тураһында йыр» концерты уҙҙы. Ике мәҙәниәт усағы 10 йылдан ашыу ваҡыт хеҙмәттәшлек итә һәм бергә бик шәп концерттар ойоштороуҙарын дауам итә. Сибай тамашасылары ҡунаҡтарҙың һәр сығышын алҡыштарға күмде, айырыуса «Уралтау» халыҡ бейеү ансамбленең дәртле бейеүҙәрен оҡшатты. Дөйөм алғанда, ике филармония ансамблдәре – «Сибай», «Уралтау» халыҡ бейеүҙәре коллективы…

Сибай концерт-театр берекмәһенең “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәил Ханов генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Афарин, яугир! Был хаҡта Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белгертте. -Бөгөн “Хан” ҡушаматлы яҡташыбыҙға Шайморатов генерал миҙалын тапшырҙым. Яугир әле ҡыҫҡа ваҡытлы ялда. “Хан” менән үткән ҡайтҡанында ҡаланың махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм…