Гастролдә йөрөгән коллегаларыбыҙҙан тәүге хәбәрҙәр килә башланы. Кисә улар Күмертау ҡалаһында сығыш яһанылар. Артистарыбыҙға күрһәткән оло хөрмәттәре өсөн күмертаулыларға, 3-сө һанлы республика башҡорт гимназия-интернаты директоры Шайморат Азамат улына, Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт мәктәбе директоры Гөлнур Ҡотдос ҡыҙына, урындағы Ҡоролтай рәйесе Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙына һәм политехник лицей-интернаты директоры Венер Ришат улына рәхмәтлебеҙ. Күп һүҙле булмаҫ өсөн, яҙыу…

Фольклорный ансамбль “Сибай ынйылары” при Сибайском концертно-театральном объединении выступил на праздничном концерте к Международному дню пожилых, который прошел в Центре детского творчества. Концертная программа была насыщенной и яркой. Праздничная атмосфера никого не оставила равнодушным. Все получили массу положительных эмоций, забыв о проблемах и отдохнув душой.

Юбилейҙар йыл да булмай, ғүмер тиҫтәләре менән үлсәнә. 50 йәш ир-заттар өсөн ил ағаһы булып тулышҡан осор тип һанала – уйланған уй-хыялдың мәғәнәүи төҫ алған мәле, ҡасандыр алыҫ булып тойолған маҡсаттарҙың тормошҡа ашҡан сағы. Халҡы алдында ижади вазифаһын нисек атҡарыуы тураһында яуап бирә алғандай ир-азаматтар өсөн уғата ла яуаплы бурыс. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре…

Ансамбль народного танца «Сибай» Сибайского концертно-театрального объединения выезжает на гастроли по городам Республики Башкортостан. Ансамбль представит вниманию зрителей уникальную концертную программу “Дәртле йәшлек бейеүҙәре – һағындырҙың, РИТАЙЫМ!”, состоящую только из танцев. В программу включены танцы, песни и игры, часто исполняемые в 60–70-е годы XX века. Костюмы тех времен, музыка, ностальгические чувства через сценическое воплощение вернутся…

23 сентябрь көнө киске сәғәт 7-лә Сибай концерт-театр берекмәһенең Ҙур залында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Париж улы ТУЙСИНДЫҢ ижади юбилей кисәһе үтәсәк. Ошо сараға әҙерлек барышы тураһында белешеп, юбилярға мөрәжәғәт иттек: – Юбилей даталары күңелемә шулай һалынған: уларҙы йәшәү дәүеремдәге эш һөҙөмтәләре буйынса халҡым алдында бурыс атҡарыу тип һанайым. Ошо донъялыҡта йәшәүемдең, тәғәйенләнешемдең, ижадымдың…

Тарих эргәбеҙҙә: ишет, күр, өйрән һәм белгәнеңде яҡындарыңа, күрше-тирәңә, ҡыҙыҡһынғандарға бәйән ит – мөмкинлектәрҙе тулыһынса ҡулланмау хилафлыҡҡа, яуапһыҙлыҡҡа тиң. Иңебеҙгә һалынған бурысты атҡарыу зарур. Сибай концерт-театр берекмәһенең халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады гәүһәрҙәрен өйрәнеп, халҡыбыҙға ҡайтарыу мөмкинлектәре бар. “Моңло тарих” проектын тормошҡа ашырыуҙа был тәүге тапшырыуыбыҙ, уның дауамлы булыуына өмөт итәйек.

Иғтибар! Сибай концерт-театр берекмәһенең “Сулпан” балалар театры үзбәк яҙыусыһы Шәпи Ҡазыйҙың “Насретдиндың алтын ишәге” әкиәте буйынса спектакль әҙерләй. Премьера 10 сентябрҙә буласаҡ. Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры, Л. һәм М. Ростроповичтар исемендәге Ырымбур дәүләт сәнғәт институты профессоры, РФ театр эшмәкәрҙәре Союзы ағзаһы Булат Батыр улы Хәйбуллин менән интервью тәҡдим итәбеҙ: – “Сулпан” театры менән был тәүге эшем…

Мәктәп йылдары хәтеребеҙҙә ғүмерлеккә уйылып ҡала. Беренсе уҡытыусы, тәүге дуҫтар, мөхәббәттең сихри көсө, уңыштар һәм юғалтыуҙар , шәхес булып формалашыу – бары ла белем һуҡмағында башлап осрай. Был уҡыу йылында балаларыбыҙ яңы белемдәр туплаһын, ҡыҙыҡһынып уҡыһын, йәшәргә өйрәнһен. Уҡытыусылар сабыр булһын, ижади уңыштар юлдаш булһын! Яңы уҡыу йылы менән!

Бисмилләһир-рәхманир-рәхим! Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын! Хөрмәтле дин ҡәрҙәштәр! Әс-сәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ! Һеҙҙе бөтә донъя мосолмандарының изге байрамы – Ҡорбан ғәйете менән ҡотлайбыҙ. Аллаһы Тәғәлә эшләгән изгелектәребеҙҙе, салған ҡорбандарыбыҙҙы ҡабул итеп алһын. Ике донъяның да бәхет-сәғәҙәттәрен насип итһен. Мәңгелеккә өмөт иткән халҡың исеменән мәнәжәттәребеҙҙе ҡабул ҡыл! Төрки телле халыҡтарың араһынан беренсе булып Ислам…

Һабантуй гөрләп үтте, тигән ҡатып ҡалған һөйләмде йыш ҡабатлайбыҙ. Эйе, Аллаһҡа шөкөр, гөрләп үтә ата-бабаларҙан ҡалған, йолаға әйләнгән халыҡ байрамдары. Милли көрәш, ат сабыштары, башҡа күп төрлө мәҙәк ярыштарынан тыш һабантуйҙы һабантуй иткән өлөшө – йыр-бейеү, халыҡ көйҙәре. Сибай концерт театр берекмәһе артистары сираттағы Пермь ҡалаһы Һабантуйына барып, урындағы милләттәштәребеҙҙе ҡыуандырып ҡайтты. Яҡташтарыбыҙҙың һәр сығышы…

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Сибай тамашасылары иғтибарына легендар комдив, генерал Миңлеғәле Шайморатов тураһында “Ат уйнатып алдан бара” спектаклен тәҡдим итте. Тамаша ҡаланың концерт-театр берекмәһенең яңыртылған бинаһында булды. Форсаттан файҙаланып, Сибай филармонияһы барлыҡҡа килгән ваҡыттағы тәүге ҡарлуғас-артистарҙың береһе, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Сәғиҙулла Исмәғил улы Байегетовҡа кәйеф –тәьҫораттарын һорап мөрәжәғәт иттек: – Нисәмә…

Бөгөн Сибай концерт-театр берекмәһенең ижади төркөмө “Хәрәкәттә- бәрәкәт!” исемле лекторий концерты менән Әбйәлил районы Сиҙәм ҡасабаһында сығыш яһаны. Балалар өсөн милли ризыҡтар тураһында йырҙар яңғыраны һәм уларҙың файҙаһы тураһында мәғлүмәттәр еткерелде, спорт уйындары үткәрелде, күңелле флешмоб ойошторолдо. Балаларҙың йәйге ялы күңелле үтә.