Тормош бер урында тормай. Ниндәйҙер һөнәр юғала, йә булмаһа, замана талаптарына бойһонған яңы һөнәр барлыҡҡа килә. Тик уҡытыусы һөнәре – мәңгелек! “Укытыусы һәм Остаз” йылы сиктәрендә ойошторолған БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Алдырханова-Кәримованың “Ғүмер ҡыңғырауҙары” исемле театрлаштырылған тамашаһы булып үтте. Концертта мәртәбәле ҡунаҡтар, ҡалабыҙҙың төрлө ойошма етәкселәре, Әлнисә Рәхимйән ҡыҙының коллегалары, уҡыусылары, дуҫтары ҡатнашты….

Хөрмәтле ҡатын – ҡыҙ коллегаларыбыҙ! Һеҙҙе яҙҙың иң матур байрамы – Халыҡ – ара ҡатын – ҡыҙҙар көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, эшегеҙҙә ижади уңыштар теләйбеҙ. Яҙ байрамы яҙғы кәйефтәр, күңел күтәренкелеге, рухи илһам алып килһен! Ирҙәр.

Сибай концерт-театр берекмәһенең Ҙур залында “Әйтсе, Ҡурай…” исемле тамаша булып үтте. Концерттың төп башҡарыусыһы талантлы, рухлы музыкантыбыҙ Айнур Әминев ошо тамашала халҡыбыҙҙың Бөйөк Ҡурайы аша халҡыбыҙ сәнғәтенең милли үҙенсәлеген, ҡиммәтен күрһәтте. ” Әйтсе, Ҡурай…” (режиссеры — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин) программаһында шулай уҡ Ғаяз Ғәйетбаев, Алина Вәхитова, Зәриә Ырыҫмәхәмәтова, “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле…

Сибай концерт-театр берекмәһенең “Сулпан” балалар театры яңы спектакль өҫтөндә эш башланы. Һәр әҙерлек берекмә өсөн көсөргәнешле, яуаплы мәл. Премьера ваҡытында беҙ актерҙарҙың уйынын күрәбеҙ, ә бит художестволы әҫәр тел яғынан шымарып, музыкаль яҡтан биҙәлеп, пластик хәрәкәттәр менән матур итеп эшләнгән декорациялар майҙанында зауыҡлы костюмдарҙа уйналһын өсөн әллә күпме кешенең хеҙмәте ята. Спектаклгә әҙерлек тураһында белешеп,…

Ижадтың – ул һүҙ сәнғәте булһынмы, йырмы, бейеүме, көйҙәр яҙыумы – бер үҙенсәлеге бар, күңел төпкөлөнән һорамайса килеп сыға ла, яңы тыуған балалай, донъяға оран һала. Тормоштоң ығы-зығыһы ла, һауа шарттары ла уға ҡамасау түгел. “Яңы йылым – яңы йырым” концерт программаһы ла йыл башында тулғаҡ тотоп, ауылдар буйлап үҙенең барлығын, ижадҡа тулы хоҡуғы барын…

Сибай концерт-театр берекмәһенең Ҙур залында башҡала артистарының “Йыр көсө” тип аталған ҙур концерты булып үтте. Күршеләрҙе, бигерәк тә үҙәктән килгәндәрҙе, тамашасылар йылы ҡабул итә. Был аңлашыла: Өфө артистарын радио аша йышыраҡ ишетәбеҙ, үҙәк телевидениенан күберәк күрәбеҙ. Эргәгә килгәндә ып-ысын үҙҙәрен ниңә яҡындан күреп ҡалмаҫҡа! Башҡалалар һынатманы: ике яҡ та бер-береһенән ҡәнәғәт ҡалды.

Йыл башын Сибай концерт-театр берекмәһе артистары яңы программа менән башланы, “Яңы йылым – яңы йырым! ” исемле проект буйынса бик матур йырҙар башҡарып, тамашасылар күңелен яуланы. Байрам көндәрен 2-се Этҡол, Йәнйегет, Хәлил һәм Басай ауылдары халҡы моңло йырҙар тыңлап үткәрҙе. Ошо тамаша Сибай халҡына 13 ғинуар киске сәғәт етелә күрһәтеләсәк. Баймаҡ районының Түбәнге Иҙрис (30…

Хөрмәтле концерт-театр берекмәһе хеҙмәткәрҙәре! Һеҙҙе яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән ҡайнар ҡотлайым. Мөғжизәле был байрам һәр берегеҙгә өмөт сатҡылары, киләсәккә ышаныс алып килһен. Яҡты хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, ауырлыҡтарға бирешмәй, түҙемлек менән изге маҡсаттарығыҙға өлгәшергә яҙһын. Бөтә ҡыйынлыҡтар артта ҡалһын. Яҡты өмөттәр һәм ышаныс менән йәшәйек, алдағы йылдар тағы ла юғарыраҡ ҡаҙаныштарға, шатлыҡлы һәм бәхетле…

“Ынйыҡай” бейеү ансамбле бынан ун йыл элек Сибай ҡалаһының Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә барлыҡҡа килә. Уны Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Эльвира Вәкил ҡыҙы Аҡназарова ойоштора. 2020 йылда ул Сибай концерт-театр берекмәһенең “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле эргәһендәге балалар студияһы булараҡ рәсми теркәлә, статусын үҙгәртә. Быйыл, Эльвира Вәкил ҡыҙы Өфөгә күсеү сәбәпле, ансамблдең яңы етәксеһе итеп Башҡортостандың…

“Яңы йылым – яңы йырым” проекты үҙ эшен башланы. Яңылыҡтың асылына төшөнөр өсөн проекттың авторы, башланғысҡа йән өрөүсе, Сибай концерт-театр берекмәһе директорының ижад буйынса урынбаҫары Рәмил Париж улы ТУЙСИНҒА мөрәжәғәт иттек: – Яңы йылда ниндәйҙер мөғжизә буласаҡ, тигән өмөт һәр беребеҙҙең күңеленә бала саҡтан һеңеп ҡалған. “Яңы йылым – яңы йырым” проекты идеяһы нәҡ шул…

Яңы йыл байрамы йыл да ҡабатланып тора. Шулай булған, буласаҡ. Байрам булғас, кәйефтәрҙе күтәргәндәй тамашалар ҙа була. Сибай концерт-театр берекмәһе коллективы төп эш йүнәлеше буйынса ғына түгел, ихласлыҡ һәм күңел ҡушыуы буйынса ла, әлбиттә, бындай сараларҙан ситтә ҡалмай. Быйыл әҙерлек нисек бара, ниндәй тамаша көтә балаларҙы? Ошондай һорауҙар менән “Сулпан” балалар театрының художество етәксеһе Урал…

“Илһөйәр әлифбаһы” музыкаль-поэтик драманың премьераһы сәхнәгә сыҡты. Кисә менән бөгөнгө, тарих менән заман төшөнсәләре бергә буталған мәлдә, балалар интернет селтәрҙәре аша тәрбиәләнгән саҡта бик тә урынлы, ваҡытында сәхнәгә сыҡҡан тамаша булды ул. Әҫәрҙең сценарийы буйынса төп персонаж – заман уҡыусыһы элекке менән бөгөнгөнө тоташтырыусы булараҡ күҙ алдына баҫа, сәхнә менән тамашасылар араһында күренмәҫ күпер һала….