Башҡорт теле көнө

Туған телде әсә теле тип йөрөтәләр. Бала тәү башлап туған телен әсәһенән ишеткәне, бишек йырын туған телендә тыңлағаны өсөн генә түгел, әлбиттә. Был күренештең тамырҙары, мәғәнәһе бик тәрән: туған телгә мөнәсәбәтте, һөйөүҙе әсәйҙәргә булған тоғролоҡ менән тиңләргә була. Сәнғәттә, бигерәк тә нәфис әҙәбиәттә, туған телдәге һүҙҙәр байлығы киң сағылыш таба. Был йәһәттән башҡорт әҙәбиәтендә туған…

Тормош һынауҙарҙан тора. Һәр һынау кешене нығыта, уйланырға мәжбүр итә, киләсәккә өмөттәр уята. Әле артист-коллегаларыбыҙ өсөн шундай һынау осоро башланды, улар һөнәри кимәлдәрен баһалау буйынса аттестация үтә. Бөгөн бейеүселәребеҙ һынау тотто. Аттестация тураһындағы фекерҙәре менән Сибай концерт-театр берекмәһе етәксеһе Мөнир Юнир улы Кәлимуллин уртаҡлашты: Беҙҙең өсөн аттестация иң тәүҙә артистарҙың сәнғәттәге үҙ урынын белеү, оҫталыҡ…

БЕР КОНЦЕРТТЫҢ ТАРИХЫ

Президентыбыҙҙың мобилизация тураһындағы Мөрәжәғәте халыҡты ҙур хафаға һалды. Өлөшләтә тигән һүҙе генә әҙерәк күңелгә йылы бөркә ине. Военкоматтар эргәһендә резервистарҙы хәрби әҙерлеккә оҙатыуҙар башланды. Һуғыш күреп өйрәнгән халыҡ вариҫтары беҙ, оҙата беләбеҙ – артыҡ күкрәк тә ҡаҡмайбыҙ, дорфаланып бармайбыҙ, төшөнкөлөккә бирелә торғандарҙан да түгелбеҙ. Шулай ҙа төрлө шикле һорауҙар йөрәкте өйкәне. Артабан ни булыр? Уйын-көлкө…

Илһөйәрлек әлифбаһы

Сибай концерт-театр берекмәһенең сәхнәһе буш булмай: бер ҡараһаң, концертҡа әҙерлек бара, икенсе инеүеңә “Сулпан”дар спектакль әҙерләй. Эш менән булышып йүгереп йөрөгән Гөлнара Әнүәр ҡыҙы Вәлитованы өгөтләп, юҡ ваҡытын бар итеп, интервью алып өлгөрҙөк. Ул “Илһөйәр әлифбаһы” исемле яңы спектаклдең ҡуйыусы-режиссеры. – Бөгөнгө көндә бөтә илебеҙҙә көтөлмәгән ҡатмарлы хәл килеп тыуҙы. Үҫмер балалар, улар ғына түгел,…

Гастролдә йөрөгән коллегаларыбыҙҙан тәүге хәбәрҙәр килә башланы. Кисә улар Күмертау ҡалаһында сығыш яһанылар. Артистарыбыҙға күрһәткән оло хөрмәттәре өсөн күмертаулыларға, 3-сө һанлы республика башҡорт гимназия-интернаты директоры Шайморат Азамат улына, Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт мәктәбе директоры Гөлнур Ҡотдос ҡыҙына, урындағы Ҡоролтай рәйесе Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙына һәм политехник лицей-интернаты директоры Венер Ришат улына рәхмәтлебеҙ. Күп һүҙле булмаҫ өсөн, яҙыу…

Фольклорный ансамбль “Сибай ынйылары” при Сибайском концертно-театральном объединении выступил на праздничном концерте к Международному дню пожилых, который прошел в Центре детского творчества. Концертная программа была насыщенной и яркой. Праздничная атмосфера никого не оставила равнодушным. Все получили массу положительных эмоций, забыв о проблемах и отдохнув душой.

Юбилейҙар йыл да булмай, ғүмер тиҫтәләре менән үлсәнә. 50 йәш ир-заттар өсөн ил ағаһы булып тулышҡан осор тип һанала – уйланған уй-хыялдың мәғәнәүи төҫ алған мәле, ҡасандыр алыҫ булып тойолған маҡсаттарҙың тормошҡа ашҡан сағы. Халҡы алдында ижади вазифаһын нисек атҡарыуы тураһында яуап бирә алғандай ир-азаматтар өсөн уғата ла яуаплы бурыс. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре…

Ансамбль народного танца «Сибай» Сибайского концертно-театрального объединения выезжает на гастроли по городам Республики Башкортостан. Ансамбль представит вниманию зрителей уникальную концертную программу “Дәртле йәшлек бейеүҙәре – һағындырҙың, РИТАЙЫМ!”, состоящую только из танцев. В программу включены танцы, песни и игры, часто исполняемые в 60–70-е годы XX века. Костюмы тех времен, музыка, ностальгические чувства через сценическое воплощение вернутся…

23 сентябрь көнө киске сәғәт 7-лә Сибай концерт-театр берекмәһенең Ҙур залында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Париж улы ТУЙСИНДЫҢ ижади юбилей кисәһе үтәсәк. Ошо сараға әҙерлек барышы тураһында белешеп, юбилярға мөрәжәғәт иттек: – Юбилей даталары күңелемә шулай һалынған: уларҙы йәшәү дәүеремдәге эш һөҙөмтәләре буйынса халҡым алдында бурыс атҡарыу тип һанайым. Ошо донъялыҡта йәшәүемдең, тәғәйенләнешемдең, ижадымдың…

Тарих эргәбеҙҙә: ишет, күр, өйрән һәм белгәнеңде яҡындарыңа, күрше-тирәңә, ҡыҙыҡһынғандарға бәйән ит – мөмкинлектәрҙе тулыһынса ҡулланмау хилафлыҡҡа, яуапһыҙлыҡҡа тиң. Иңебеҙгә һалынған бурысты атҡарыу зарур. Сибай концерт-театр берекмәһенең халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады гәүһәрҙәрен өйрәнеп, халҡыбыҙға ҡайтарыу мөмкинлектәре бар. “Моңло тарих” проектын тормошҡа ашырыуҙа был тәүге тапшырыуыбыҙ, уның дауамлы булыуына өмөт итәйек.

Иғтибар! Сибай концерт-театр берекмәһенең “Сулпан” балалар театры үзбәк яҙыусыһы Шәпи Ҡазыйҙың “Насретдиндың алтын ишәге” әкиәте буйынса спектакль әҙерләй. Премьера 10 сентябрҙә буласаҡ. Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры, Л. һәм М. Ростроповичтар исемендәге Ырымбур дәүләт сәнғәт институты профессоры, РФ театр эшмәкәрҙәре Союзы ағзаһы Булат Батыр улы Хәйбуллин менән интервью тәҡдим итәбеҙ: – “Сулпан” театры менән был тәүге эшем…

Мәктәп йылдары хәтеребеҙҙә ғүмерлеккә уйылып ҡала. Беренсе уҡытыусы, тәүге дуҫтар, мөхәббәттең сихри көсө, уңыштар һәм юғалтыуҙар , шәхес булып формалашыу – бары ла белем һуҡмағында башлап осрай. Был уҡыу йылында балаларыбыҙ яңы белемдәр туплаһын, ҡыҙыҡһынып уҡыһын, йәшәргә өйрәнһен. Уҡытыусылар сабыр булһын, ижади уңыштар юлдаш булһын! Яңы уҡыу йылы менән!