Бисмилләһир-рәхманир-рәхим! Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын! Хөрмәтле дин ҡәрҙәштәр! Әс-сәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ! Һеҙҙе бөтә донъя мосолмандарының изге байрамы – Ҡорбан ғәйете менән ҡотлайбыҙ. Аллаһы Тәғәлә эшләгән изгелектәребеҙҙе, салған ҡорбандарыбыҙҙы ҡабул итеп алһын. Ике донъяның да бәхет-сәғәҙәттәрен насип итһен. Мәңгелеккә өмөт иткән халҡың исеменән мәнәжәттәребеҙҙе ҡабул ҡыл! Төрки телле халыҡтарың араһынан беренсе булып Ислам…
Һабантуй гөрләп үтте, тигән ҡатып ҡалған һөйләмде йыш ҡабатлайбыҙ. Эйе, Аллаһҡа шөкөр, гөрләп үтә ата-бабаларҙан ҡалған, йолаға әйләнгән халыҡ байрамдары. Милли көрәш, ат сабыштары, башҡа күп төрлө мәҙәк ярыштарынан тыш һабантуйҙы һабантуй иткән өлөшө – йыр-бейеү, халыҡ көйҙәре. Сибай концерт театр берекмәһе артистары сираттағы Пермь ҡалаһы Һабантуйына барып, урындағы милләттәштәребеҙҙе ҡыуандырып ҡайтты. Яҡташтарыбыҙҙың һәр сығышы…
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Сибай тамашасылары иғтибарына легендар комдив, генерал Миңлеғәле Шайморатов тураһында “Ат уйнатып алдан бара” спектаклен тәҡдим итте. Тамаша ҡаланың концерт-театр берекмәһенең яңыртылған бинаһында булды. Форсаттан файҙаланып, Сибай филармонияһы барлыҡҡа килгән ваҡыттағы тәүге ҡарлуғас-артистарҙың береһе, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Сәғиҙулла Исмәғил улы Байегетовҡа кәйеф –тәьҫораттарын һорап мөрәжәғәт иттек: – Нисәмә…
Бөгөн Сибай концерт-театр берекмәһенең ижади төркөмө “Хәрәкәттә- бәрәкәт!” исемле лекторий концерты менән Әбйәлил районы Сиҙәм ҡасабаһында сығыш яһаны. Балалар өсөн милли ризыҡтар тураһында йырҙар яңғыраны һәм уларҙың файҙаһы тураһында мәғлүмәттәр еткерелде, спорт уйындары үткәрелде, күңелле флешмоб ойошторолдо. Балаларҙың йәйге ялы күңелле үтә.
Бөгөн илдә ХӘТЕР ҺӘМ ҠАЙҒЫ КӨНӨ билдәләнә. 81 йыл элек Бөйөк Ватан һуғышы башланды, Германия ғәскәрҙәре СССР-ҙың сиген үтеп, совет ҡораллы көстәренә һөжүм итте, миллиондарса ғаиләнең өмөттәре өҙөлдө, тотош быуындарҙың яҙмыштары селпәрәмә килде. Ләкин атай-олатайҙарыбыҙ, бөтә ауырлыҡтарға һәм ҡайғы-хәсрәттәргә ҡарамаҫтан, Рәсәйҙе һаҡлап, дошманға ҡаршы торҙо. #ДеньПамятииСкорби #22июня
Айыуҙы ла бейергә өйрәтеп була, тиҙәр. Булалыр. Әгәр ҙә ул тәүге һәм һуңғы тапҡыр бейеһә. Сәнғәт кимәленә күтәрелгән бейеүҙәрҙе күҙ уңында тотҡанда, бындай сағыштырыу, әлбиттә, ер менән күк араһы һымаҡ – кимәл тигән төшөнсәне һис тә инҡар итеп булмай. Сибай концерт-театр берекмәһенең “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең 14 июндә Баймаҡ ҡалаһында үткән “Дәртле йәшлек бейеүҙәре –…
13 июнь көнө Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ғаяз Ғәйетбаев ижадташ дуҫтары менән “Йөрәк тулы йыр булғас” тип исемләнгән концертын Баймаҡ районы Ишмөхәмәт ауылында күрһәтте. Юморға бай, дәртле бейеүле, йырлы-моңло тамашаны ишмөхәмәттәр бик йылы ҡабул итте. Ошо уҡ концерт 15 июнь көнө Темәс ауылында үтәсәк. Билеттарҙы Темәс мәҙәниәт йортонда һәм һылтанма буйынса онлайн алырға була. Рәхим итегеҙ,…
Сибай концерт-театр берекмәһенең “Сулпан” балалар театры 13 июнь көнө Әбйәлил районы кескәйҙәрен ҡыуандырып ҡайтты. “Ерән бесәй балаһы” һәм “Каштанка” спектаклдәрен Асҡар гимназияһы уҡыусылары һәм “Ирәндек” лагерында сәләмәтлектәрен нығытыусы балалар ҡараны. Театр йәйге осорҙа ла гастролдәрен дауам итә.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ғаяз Ғәйетбаевтың Әбйәлил районының Ишбулды, Әбдрәш, Йәнгел ауылдарында “Йөрәк тулы йыр булғас” исемле концерт программаһы менән гастролдәре булып үтте. Концертҡа килгән йыр-моң һөйөүсе, милләтебеҙҙен сәнғәтен ихтирам итеүсе тамашасыларыбыҙға рәхмәт!
Ижади миҙгел ябылһа ла, Сибай концерт –театр берекмәһендә ижад дауам итә. Сулпандар әлеге ваҡытта яңы спектакль өҫтөндә эшләй. Берекмәнең тегеү цехы (мөдире – Р.Б.Ҡудашева) оҫтабикәләре матур костюмдар әҙерләй. Тамаша тураһында үҙ фекерҙәре менән ҡуйыусы режиссер Юлдаш Юлдыбаев бүлеште: – Александр Сергеевич Пушкиндың “Салтан батша тураһында әкиәт” әҫәрен сәхнәләштереү хыялы күптән тынғы бирмәй, төп маҡсатым –…
Бөгөн “Сулпан” балалар театры ижади миҙгелен ябыу тантанаһын үткәрҙе. “Ерән бесәй балаһы” спектакле бәләкәйҙәргә бик хуш килде, ихлас көлдөләр, тыштағы, өйҙәге мәшәҡәттәрен онотоп, әкиәт персонаждары менән бергә мәж килделәр. Балалар бала булып ҡалды, өлкәндәр йылдағыса бер-береһен ҡотланы, киләсәккә ижади уңыштар теләне. Тамаша аҙағында Илнур Сәфәров, Рөстәм Ғиззәтуллин, Рәмил Мәхийәнов, Гүзәл Фролова, Урал Атанбаев, Гөлкәй Хәсәнова…
IV Бөтә Рәсәй инвестицион һабантуй сиктәрендә Сибай ҡалаһында 3 йәштән 15 йәшкәсә балалар араһында «Байыҡ» башҡорт бейеүе телевизион конкурсының гала-концерты булып уҙҙы. Был күркәм сарала ҡунаҡсыл хужалар исеменән “Сибай” халыҡ ансамбленең “Ынйыҡай” студияһы ла (етәксеһе- Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Эльвира Аҡназарова) сығыш яһаны.