Башланды ҡыҙыу көндәр: һабантуйҙар мәле, йәйге гастролдәр…Сибай концерт-театр берекмәһе артистары бындай осорҙа ал-ял белмәй хеҙмәт итә. Ә барлыҡ башҡарылған эштәр халыҡ өсөн. Бына бөгөн дә һауа торошоноң тотороҡһоҙлоғона ҡарап тормай йырсыларыбыҙ, бейеүселәребеҙ Баймаҡ ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәрен яҙғы байрам менән тәбрикләне. Художество етәкселәребеҙ Урал Зәйнуллин менән Азат Нәбиуллиндар иһә һәр артисыбыҙҙы дәртләндереп, алға әйҙәп йөрөүсе етәкселәребеҙ…
Бөгөн балалар көнө! Дөрөҫөрәге, балаларҙы яҡлау көнө. Ә ниңә бөгөн генә яҡларға тейешбеҙ балаларҙы? Мохтажмы улар беҙҙең яҡлауға, әллә улар беҙҙе яҡлаймы? Бәлки беҙгә йышыраҡ көлөргә, баштүбән йөрөп шатланырға, донъяға һөйөү тулы күҙҙәр менән ҡарарға уларҙан өйрәнергә, үҙебеҙҙең бала саҡты иҫкә төшөрөргә кәрәктер? Коллегалар, балаларыбыҙ менән бергә төшкән фотоларға ҡарап, ошо хаҡта уйланайыҡ әле!
14 июндә киске сәғәт етелә Баймаҡ ҡалаһында мәҙәниәт йортонда “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең тик бейеүҙәрҙән генә торған “Дәртле йәшлек бейеүҙәре – һағындырҙың, РИТАЙЫМ!” концерты була. Рәхим итегеҙ! “Пушкин картаһы”н ҡулланырға мөмкин!
“Сулпан” балалар театры коллективы “Самрау батша бүләге” исемле шәп спектакль менән Йылайыр районы Матрай ауылына юлланды. Хәйерле юлдар! Зал тулы тамашасылар насип булһын!
Сибай филармонияһында спорт бейеүҙәре буйынса фестиваль бара. Унда Силәбе өлкәһе, Әбйәлил районынан, Сибай ҡалаһынан балалар һәм ололар ҡатнаша. Әле фестивалдең бер өлөшө тамамланды. “Сулпан” театры художество етәксеһе, коллегабыҙ Денис Нурғәлиндың ҡыҙҙары Камилия һәм Зәлиә Нурғәлиналар ҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урын яуланы.
Хөрмәтле Матрай ауылы халҡы! Һеҙҙе 31 май көнө сәғ. 12:00 һәм 18:00 Сибай концерт-театр берекмәһенең “Сулпан” балалар театры ҡуйған “Самрау батша бүләге” спектакленә саҡырабыҙ. Төп ролдәрҙең береһендә һеҙҙең яҡташығыҙ Урал Атанбаев сығыш яһай. Яҡташығыҙҙы яҡындан килеп күрегеҙ! Түбәндә билеттарҙы онлайн алыу өсөн һылтанма, “Пушкин картаһы” менән түләү мөмкинлеге бар! https://sibay-concert.ru/xo_event/самрау-батша-бүләге-матрайҙа/
Бөгөн Сибай коцерт-театр берекмәһенең Ҙур залында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы “Йырың тыуғас, үлмәһен, йылдар саңы күммәһен” исемле музыкаль-әҙәби концерт-лекторий булып уҙҙы. Ғәҙәттә, һүҙ сәнғәтен, йыр сәнғәтен, бейеү сәнғәтен һәм башҡа сәнғәт төрҙәрен айырып ҡарап өйрәнгәнбеҙ. Ә бит уларҙы бер һүҙ – сәнғәт һүҙе, бер-береһенә ойоштороп, бер туғандарҙай яҡын күреп,…
Сибай филармонияһы залында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Заһир Иҫәнсурин һәм уның ижадташ дуҫтары ҡатнашлығында бай йөкмәткеле концерт булып уҙҙы. Халҡыбыҙҙың яратып тыңлаған ретро йырҙары менән һуңғы йылдарҙа ижад ителгәндәре лә йылы ҡабул ителде. Һандуғастай моңло йырсыны йәше лә, олоһо ла берҙәй яратып ҡабул итте.
Кисә, 18 май көнө, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Ғиззәтуллинаның «Ҡырҡ сырағым» исемле әҙәби-музыкаль кисәһе үтте. Сара спектаклдең композиторы – БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхиндың яҡты иҫтәлегенә арналды: тап шул көндө уға 49 йәш тулған булыр ине. Спектакль алдынан фойела композиторҙың иҫтәлегенә “Асыҡ микрофон” акцияһы ойошторолдо. Илшат Яхиндың…
Сулпандар Өфөлә!! Әле генә “Самрау батша бүләге” спектакле Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә булып уҙҙы.
Эй, нескә лә инде күңел ҡылдары! Ҡыллы музыка ҡоралымы ни! Күҙгә лә күренмәй, тауышы ла ишетелмәй, еҫе лә, төҫө лә юҡ, әммә уйнай. Иң юғары ноталарҙы ала, көсәнмәй ҙә хатта. Берсә һағышлана, берсә дәртләнә – күкрәк ситлектәрен емереп ҡайҙалыр оса. Шундай хистәр уянды әле генә булып уҙған Сибай концерт-театр берекмәһенең 28-се ижади миҙгелде ябыу тантанаһында….
Ҡәҙерле дуҫтар! Ихлас йөрәктән һеҙҙе Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 77 йыллығы менән ҡотлайбыҙ! 9 май илебеҙҙең һәр ғаиләһе өсөн изге көн. 1945 йылдың яҙында тыуған еренә күптән көтөлгән Еңеү килтергән көн хәрби дан һәм илһөйәрлек, фронт батырлығы һәм хеҙмәт ҡаһарманлығы, ҡаҡшамаҫ тотороҡлоҡ байрамын алып килә. Ватаныбыҙ өсөн йәнен аямаған герой-һалдаттарҙың исеме хәтеребеҙҙә мәңге һаҡлана. Был…