Ҡатын-ҡыҙ – серле йомаҡ, тиҙәр. Шулайҙыр,әйткәстәре ни! Миңә ҡалһа, был әйтемде ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре уйлап тапҡандыр, тим. Тағы ла серлерәк күренер өсөн… Кисә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Ғиззәтуллинаның “Ҡырҡ сырағым” исемле моноспектаклен ҡарағанда ла яуапҡа ҡарағанда, ҡатын-ҡыҙҙарға һорауҙар тағы артты. Мәҫәлән, ни өсөн ҡырҡ, егерме дүрт, йә иһә алтмыш түгел? 24 булһа, тәүлек эсендә 24 тапҡыр…
25 – 28 апрелдә Сибай концерт – театр берекмәһенең “Сулпан” балалар театры Көйөргәҙе, Ишембай райондары һәм Салауат, Күмертау ҡалаларына гастролгә сыға. Йәш тамашасылар иғтибарына Динара Ҡәйүмова әҫәре буйынса әҙерләнгән “САМРАУ БАТША БҮЛӘГЕ” спектакле тәҡдим ителә. Башҡорт халыҡ ижады батырҙары һәм бөгөнгө супергеройҙар тураһындағы мажаралы тамашаға рәхим итегеҙ!
Бөгөн үткән “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2022” акцияһында Сибай концерт-театр берекмәһе хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты. Диктантты офлайн-форматта яҙыу майҙансығы ҡаланың үҙәк китапханаһында ойошторолдо. Телебеҙҙе һаҡлау өсөн ойошторолған күркәм сарала ҡатнашыусылар белемдәрен тикшереп, байрам кәйефе алып ҡайттылар. #БашДиктант2022 #башҡорттелендәдиктант #башҡорттелендәдиктант #Башҡортостан #РодныеЯзыки #Башҡорттар
18 апрель көнө Сибай концерт-театр берекмәһең реконструкцияланып яңыртылған мөһабәт йортонда “Егәрлеләр, ябайҙар – шулай улар сибайҙар!” тип аталған концерт булды. Шығырым тулы залда ҙур аншлаг менән үтте көтөп алынған тамаша. Егәрле булыу еңел түгел, ябай булыу үтә лә ҡатмарлы, сөнки ябайлыҡ асылдан айырылмауҙы, милли идентификацияны, милли йөҙҙө юғалтмауҙы талап итә. Бөгөнгө тормоштоң ҙур тиҙлек менән…
Хөрмәтле тамашасылар! Тамаша ҡылырға саҡырабыҙ. Бер-бер артлы өс тамаша көтә Һеҙҙе: 18 апрель – “Егәрлеләр, ябайҙар – шулай улар сибайҙар!”, 27 апрель – “Ҡырҡ сырағым”, 29 апрель – “Дәртле йәшлек бейеүҙәре – һағындырҙың, РИТАЙЫМ!”. Юҡ, өсәү түгел, дүртәү икән! Дүртенсеһе, бәлки, мауыҡтырғысыраҡтыр ҙа… Ул да булһа тамашалар үтәсәк яңыртылған бинаның эсенә тамаша ҡылыу – экскурсия…
Бөгөн – Милли кейем көнө!
Милли кейем тышҡы ҡиәфәтте генә күрһәтмәй, ул иң тәүҙә эске торош сағылышы. Ата-бабаларыбыҙҙан, әсәй-өләсәйҙәребеҙҙән ҡалған аманат кәүҙәләребеҙҙе генә турайтмай, ул рухыбыҙҙың тура йүнәлештә булыу билгеһе. Сәхнәләрҙә йырлап-бейеп, милли сәнғәтебеҙҙе һаҡлау өсөн генә түгел, рухи сафлығыбыҙҙы, милли йөҙөбөҙҙө юғалтмау өсөн бирелгән ул беҙгә. Һаҡ булайыҡ, хаҡ булайыҡ, һаҡлайыҡ боронғоноң үлемһеҙ аманатын! Бөгөн – Милли кейем көнө!…
“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” Сибайҙа
Кисә Сибай концерт-театр берекмәһенең яңыртылған бинаһында “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” тип аталған мәртәбәле сара уҙҙы. Оҫта ҡулдар эшләгән милли биҙәүестәр, көнкүреш әйберҙәре, күҙ яуын алып торған бәйләмдәр, йәшмә таштарынан ҡырылған әйберҙәр күргәҙмәһе иртәнге сәғәт унда уҡ тәүге тамашасылар иғтибарына тәҡдим ителде. Зумба, стриппластика, башҡорт бейеүҙәре йүнәлешендәге ритмик хәрәкәттәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Дуҫтарса мөнәсәбәт һәм һөйөү…
Хөрмәтле тамашасылар! Сибай концерт-театр берекмәһе артистары “Яҙҙар менән…Наҙҙар менән…Йырҙар менән…” тип аталған өр-яңы концерт программаһы менән гастролгә сыға. Йыр-моң һөйөүселәрҙе, дәрт-дармандары ташып торғандарҙы яҙҙың наҙлы, кәйефле мәлен бергә татырға саҡырабыҙ. Килегеҙ, күрегеҙ! Бергә булайыҡ, йыр дарьяһына бергә сумайыҡ! Тамашалар 5 апрелдә Үрге Яйыҡбай ауылында, 6 апрелдә Ҡараталда, 7 апрелдә Беренсе Этҡолда, 8 апрелдә Ярат ауылында…
Айгөл иле Хәлилдә
29 март көнө Әбйәлил районы Хәлил ауылында Айгөл Әсәҙуллинаның соло концерты булып уҙҙы. “Айгөл иле” тип исемләнгән тамашаны күрергә йырсының ауылдаштары, туғандары зал тултырып килгән. Йырсының ижадташ дуҫтары менән берлектә ҡуйылған моңло-йырлы концерт бер тында үтте. Моңло тауышлы яҡташтары менән ғорурланған хәлилдәр Айгөлде ихлас күңелдән гөл-сәскәләргә, бүләктәргә күмде. Шундай матур кисәләр тағы булып торһон тигән…
Учалы районы буйлап Нәсимә Ғиззәтуллинаның “Ҡырҡ сырағым” тип аталған моноспектакле дауам итә. Даланлының даны алдан йөрөй тигәндәй, учалылар Башҡортостандың атҡаҙанған артисының тамашаларын аңлап, ихлас ҡабул иттеләр. Халыҡ һорауы буйынса йома көнө тамамланырға тейешле гастролдәр 26 мартта сәғәт 13.00 Иманғолда һәм сәғәт 19.00 Учалы ауылында дауам итәсәк.
Айгөл иле Хәлилдә
Кеше ғүмере аҡҡан һыу кеүек бит ул: саф көмөш һыулы инеш саҡтары, шаршылары, тәрән ятыулы тыныс саҡтары ла була. Ағын һыуға, йырлап аҡҡан йылғаға ҡарап туйып буламы микән? Ә йырсы ғүмерен ғәҙәти үлсәмдәр менән үлсәп, баһа биреп буламы? Өс йәшендә генә сәхнәгә сығып, тәүге йырын – инеш тауышын тамашасылар хөкөмөнә тәҡдим иткән Айгөл ӘСӘҘУЛЛИНАның тормошо…
Фестиваль в Уфе
20-27 мартта Башҡортостанда «AРTылышFEST» республика театр фестивале үтәсәк. Программала Башҡортостандың төп театр коллективтарының иң яҡшы постановкалары тәҡдим ителгән. Форумда Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Сибай, Туймазы ҡалаларынан 12 профессиональ театр ҡатнаша. Ете фестиваль көнө буйына Өфөнөң төп мәҙәни майҙансыҡтарында төрлө аудиторияға – балаларға, йәштәргә, өлкәндәргә иҫәпләнгән 13 спектакль күрһәтелә. Форум барышында «Башҡортостан театрҙары: үҫеш юлдары» түңәрәк өҫтәле…