Тыуған иленең илһөйәрҙәрен тәрбиәләү бөгөнгө көндә иң актуаль проблемаларҙың береһе. Беренсе сиратта ул йәштәргә ҡағыла.
“Илһөйәр әлифбаһы” исемле музыкаль-поэтик мелодрама Тыуған илгә, уның тарихына һөйөү темаһын яҡтырта. Әҫәрҙең сюжеты мауыҡтырғыс: ваҡиғалар сылбырында бөгөнгө заман уҡыусыһы “Урал батыр” эпосы батырҙары менән осраша, 1812 йылғы Ватан һуғышы яугирҙәрен күрә, Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары менән аралаша. Төрлө осорҙағы Ватан һаҡсыларының үрнәге унынсы класс уҡыусыһында илһөйәрлек тойғоларын уята.
“Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе проекты буйынса әҙерләнгән спектаклде республикабыҙҙан ситтә лә билдәле булған ижади төркөм сәхнәгә сығарҙы: ҡуйыусы-режиссеры – Гөлнара Вәлитова, рәссамы – Рәсәй Федерацияһының һәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Валерий Яшкулов, хореографы – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы – Хәлил Ишбирҙин, композиторы – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре – Рәмил Туйсин. Сценарий авторы – Шаһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты – Миләүшә Ҡаһарманова.