Сибай концерт-театр берекмәһенең бер төркөм артистары Ейәнсура районына гастролдәргә сыҡты. Бөгөн, 14 март көнө, Абзан ауылында мәктәп уҡыусылары өсөн “Төрлө халыҡ бейеүҙәре менән танышыу” исемле лекторий концерты булды.
Шулай уҡ киске сәғәт 7-нән Абзан ауылы халҡы өсөн”Егәрлеләр, ябайҙар – шулай улар Сибайҙар!” тип аталған шәп, дәртле,йыр-моңға бай программа үтә. Артабан концерттар
15 март – Күгәрсен ауылында
16 март – Үрге Муйнаҡ ауылында
17 март – Иҫәнғол район үҙәгендә үтәсәк.
Башланыу ваҡыты 19-00.
Билеттарҙы мәҙәниәт усаҡтарында, шулай уҡ беҙҙең сайтта онлайн алырға була, Пушкин картаһын ҡулланырға мөмкин.

Новая главная