Сибай концерт-театр берекмәһенең йөҙөк ҡашы, үҙенсәлекле тауышы, күркәм төҫ-ҡиәфәте, ихласлығы, нәзәкәтлелеге һәм шул уҡ ваҡытта башҡорт һылыуҙарына хас саялығы менән менән әсир иткән солистка-вокалистка Айгөл Әсәҙуллинаның исеме сәнғәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Ғәжәйеп танһыҡ тауышы, егәрлелеге менән арбаған йырсының йөрәгендәге уй-кисерештәре, юғалтыу-табыштары, ижад ҡомары, алдына ҡуйған маҡсаттарына хыянат итмәй йәшәй белеүе һәм уларҙы ысынбарлыҡ итеү серҙәре “Тормош. Бәхет. Һынауҙар һәм мин” концертында асыҡ сағыла.
Бөгөн йырсы ошо шәп тамашаһын яҡташтарына тәҡдим итте. Асҡар ауылының мәҙәниәт йортонда уҙған концерт көҙгө кискә тағы ла сихри биҙәк өҫтәне. Айгөл Әсәҙуллина яҡташтары алдында тулыһынса асылып, йырланы ла йырланы. Әбйәлилдәр артистарҙың һәр сығышын көслө алҡыштарға күмде, һәр йырҙы йотлоғоп тыңланы, дәртле бейеүҙәрҙе ихлас ҡараны.15 октябрҙә Айгөл Әсәҙуллина һәм уның сәхнәләш дуҫтары Өфөлә сығыш яһаясаҡ!
Шәп тамашаны күрмәй ҡалмағыҙ, дуҫтар!Кисә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Сибай концерт – театр берекмәһенең иҫ киткес моңло һәм сағыу тауышлы йырсыһы Айгөл Әсәҙуллинаның “ТОРМОШ. БӘХЕТ ҺЫНАУҘАР ҺӘМ МИН” тип аталған үҙенсәлекле концертында булып, күңелгә рухи аҙыҡ эстәп, рәхәтләнеп ял итеп ҡайтылды.
Тамашала сибайлы – (һыбайлы түгел – әбйәлилле – баймаҡлы, бөрйәнле – өфөлөләр айырыуса күп булып, үҙ – ара аралашып алырға ла өлгөрҙөк.
Кис буйына Өфө филармонияһын гөрләтеп, күңелдәргә ҡанат ҡуйған Сибай филармонияһы артистарына ҙур рәхмәт!