🎭«Сулпан» балалар театрының тағы бер ижади төркөмө Баймаҡ районының Беренсе Төркмән ауылы мәктәбендә Наил Ғәйетбайҙың «Ике һайыҫҡан» спектаклен ҡуйҙы. Капиталь ремонттан һуң тулыһынса яңыртылған белем усағының акт залында беренсе булып «сулпан»дар сығыш яһаны.
Пьесаны күрше ауылдар – Әхмәр, Бәләкәй Төркмән, Басай, Күсей, Иҫәнбәт мәктәптәренең башланғыс кластар уҡыусылары ла килеп ҡараны.