Ошо көндәрҙә “Сулпан” балалар театрында “Кәрлә мәктәпкә бара” спектаклен тапшырыу булып үтте. Олатай-өләсәйҙәре, атай-әсәйҙәре бала саҡтарында белгән әкиәт персонаждары тураһында бөгөнгө балалар бер ни ҙә белмәй, белгеләре лә килмәй. Ә бит улар бар, улар һаман да оло быуындың хәтерендә йәшәй. Туфан Миңнуллиндың “Кәрлә мәктәпкә бара” исемендәге әкиәт персонаждары кеше ҡиәфәтенә кереп, сәхнәгә сыға. Уларҙың мөп…

22 февраль көнө 19-00 сәғәттә Сибай ҡалаһының Балалар ижады йортонда Сөмбөл Моратованың соло-концерты була. Ижадташ дуҫтары менән бергә ул һеҙҙе күңелле тамашаға саҡыра. Билеттарҙы Сибай ҡалаһы, Пушкин урамы, 17 адресы буйынса, Балалар ижады үҙәге кассаһында һәм онлайн түбәндәге һылтанма буйынса алырға була. Пушкин картаһы” буйынса түләү мөмкинлеге бар. https://sibay-concert.ru/xo_event/6250/ ☎ +7 937 156-00-26

Хөрмәтле тамашасыларыбыҙ! Һеҙҙе 15 февраль көнө сәғәт 19.00. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрына тик бейеүҙәрҙән генә торған мәртәбәле тамашаға саҡырабыҙ. Халҡыбыҙҙың рухи мираҫы булған милли бейеүҙәребеҙҙән тыш, төрлө халыҡ бейеүҙәрен күреп, хайран ҡалырһығыҙ. Килегеҙ, күрегеҙ: бейер өсөн генә тыуған бейеүселәребеҙҙең дәрт-дарманы һеҙгә лә күсер. Күтәрә алғандай күтәренке кәйеф менән ҡайтырһығыҙ! Сәләм менән “Сибай”…

Сибайский детский театр “Сулпан” готовит постановку пьесы Т.Миннулина “Керле идёт в школу”, одну из интереснейших пьес Туфана Миннуллина, написанную для детей. Сочиняя пьесу, автор опирался на устное народное творчество. Главные герои пьесы: Дию, Керле, Шурале и Баба-Яга. Люди сами придумали их злыми и страшными. Время идёт, люди становятся умнее и поэтому они никому не интересны….

Здание сибайской филармонии – объект культурного наследия. Его построили в 1957 году. Здесь всегда проходили все городские мероприятия и концерты. Осенью 2015 года здание филармонии почти уничтожил пожар. Реконструировать его начали в 2019 году. Фасад обновили и воссоздали стиль “ампир”, территорию вокруг привели в порядок.

Бөгөн Һөйәнтүҙ фажиғәһен иҫкә алыу көнө. Сибай филармонияһы артистары башҡарыуындағы башҡорт халыҡ йыры – “Тәфтиләү” иле өсөн шаһит булған милләттәштәребеҙгә доға булһын. Амин!

Хөрмәтле тамашасыларыбыҙ!! Эпидемиологик сикләүҙәргә бәйле 26 һәм 31 ғинуарҙа Баймаҡ ҡалаһында үтергә тейешле концерттарыбыҙ кисектерелә. Билеттарҙы Халыҡ ижады үҙәге кассаһында, онлайн алғандарға Тикетлэнд сайтында шәхси кабинет аша тапшырырға мөмкин. Сибай концерт-театр берекмәһе.  

Яңы программаға әҙерлек

Шәп яңылыҡ!!! “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле тик бейеүҙәрҙән торған яңы программа әҙерләй. Ҡуйыусыһы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Вәкил ҡыҙы Аҡназарова. 2022 йыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Мәҙәниәт һәм рухи мираҫ йылы тип иғлан ителде. Ҡоролтай аппаратының баш белгесе булараҡ, Гөлназ Вәкил ҡыҙы, әлбиттә, был сараның әһәмиәтен бик төптән уйлап эш итә. “Мәҙәниәт –…

Ҡәҙерле тамашасылар, йыр-моң һөйөүсе дуҫтар! Сибай концерт-театр берекмәһе йырсыһы, республика һәм төбәк-ара йыр конкурстары лауреаты, Әбйәлил һылыуы АЙГӨЛ ӘСӘҘУЛЛИНА үҙенең “Айгөл иле” тип исемләнгән концерт программаһы менән гастролдәргә юллана. Концерттар: 27 ғинуар – Әбйәлил районы Хәлил ауылы, 28 ғинуар – район үҙәге Асҡар, 29 ғинуар – Байым ауылында һәм 31 ғинуар – Баймаҡ ҡалаһында үтәсәк….

Иғтибар!! Хөрмәтле Баймаҡ ҡалаһы халҡы! Моң-көй, дәртле бейеүҙәрҙе көтөп алған тоғро дуҫтарыбыҙ! Сибай концерт-театр берекмәһе “Егәрлеләр, ябайҙар – шулай улар Сибайҙар!” исемле бай программаһы менән 26 ғинуар Баймаҡ ҡалаһының Халыҡ ижады үҙәге сәхнәһендә сығыш яһаясаҡ! Ханты-Манси автономия округынан яҡташтарыбыҙ яратып ҡабул иткән шәп, дәртле концерт һеҙҙең күңелегеҙгә лә хуш килер тип ышанабыҙ! Программала Урал аръяғының…

Иҫке Яңы йыл

Сибай концерт-театр берекмәһе “Яңыса йылмай, шунһыҙ һис булмай!” тип аталған матур, сағыу тамашаны 13 ғинуарҙа Сибай ҡалаһының Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге башҡорт драма театры сәхнәһендә үткәрҙе. Йыл да үткәрелгән тамашаларҙан быйылғыһы ихласлығы менән айырылып торҙо. Күрәһең, һуңғы осорҙағы сикләүҙәр тамашасыларҙа сәнғәткә булған һөйөү тойғоһон күпкә көсәйткән. Шуныһы үкенесле: театр бинаһы концертты ҡарарға теләүселәрҙең бөтәһен дә һыйҙыра…