Сибай концерт-театр берекмәһендә Сибай һәм Учалы филармонияларының берлектәге «Мөхәббәт тураһында йыр» концерты уҙҙы. Ике мәҙәниәт усағы 10 йылдан ашыу ваҡыт хеҙмәттәшлек итә һәм бергә бик шәп концерттар ойоштороуҙарын дауам итә. Сибай тамашасылары ҡунаҡтарҙың һәр сығышын алҡыштарға күмде, айырыуса «Уралтау» халыҡ бейеү ансамбленең дәртле бейеүҙәрен оҡшатты. Дөйөм алғанда, ике филармония ансамблдәре – «Сибай», «Уралтау» халыҡ бейеүҙәре коллективы…

..Йәмле Һаҡмар буйына төшөп, йәйге ҡояш нурҙарына яңы һауған һөттәй йылынған һыуҙа рәхәтләнеп сумып уйнағандан һуң тиҫтерҙәре менән ҡомда аунаған мәлдәрендә күңел төпкөлөнән һарҡыған моң тәьҫирендә татлы уйҙарға бирелеп ятырға ярата Ғаяз. Үҫкәс кем булырға? Баймаҡ районының Буранбай ауылы үҙенең һоҡланғыс шәхестәре менән данлыҡлы. Республикабыҙға, илебеҙгә данлыҡлы ҡурайсы, бейеүсе, йырсы, шағирҙар бүләк иткән төйәк ул….

«Йөрәк тулы йыр булғас»

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ғаяз Ғәйетбаевтың «Йөрәк тулы йыр булғас» концертынан күренештәр.

Афиша СКТО

Сибайское концертно-театральное объединение Главная Концерты в Сибае Гастрольные концерты О нас Схема зала Документы ВАКАНСИИ План мероприятий История СМИ о нас Антикоррупционная деятельность Контакты и реквизиты Персоналии Администрация Артисты вокала Ансамбль народного танца «Сибай» Детский театр «Сулпан» Оркестр Репертуар Концертные программы Спектакли Репертуар ансамбля народного танца «Сибай» Youtube Сибай Как вернуть билеты, купленные на этом…

Сибай концерт-театр берекмәһенең ҙур залында үҙенсәлекле тауышлы йырсы Зәбирә Әминеваның “Мин ғүмерҙе көйгә һалдым” концерты бер тында гөрләп уҙҙы. Сәхнәгә 20 йыл тоғро хеҙмәт иткән йырсының юбилей концертында бер туған апайы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Резида Әминева, берекмәнең бөтә ижади коллективы – артист-вокалистар, “Сибай” халыҡ бейеү ансамбле, халыҡ инструменттары оркестры ҡатнашты. Зәбирә Рәүеф ҡыҙы 25 йыл ғүмерен…

Гастроли

Сибайское концертно-театральное объединение Главная Концерты в Сибае Гастрольные концерты О нас Схема зала Документы ВАКАНСИИ План мероприятий История СМИ о нас Антикоррупционная деятельность Контакты и реквизиты Персоналии Администрация Артисты вокала Ансамбль народного танца «Сибай» Детский театр «Сулпан» Оркестр Репертуар Концертные программы Спектакли Репертуар ансамбля народного танца «Сибай» Youtube ГАСТРОЛИ Как вернуть билеты, купленные на этом…

Сибай концерт-театр берекмәһе артистары баш ҡала сәхнәһендә уңышлы сығыш яһаны. Республика көнө уңайынан уҙғарылған Хөкүмәт концертында Өфө тамашасыһы милли рух менән һуғарылған, күп милләтле республикабыҙҙың дуҫлығын, берҙәмлеген сағылдырған сағыу сығыштарын алҡыштарға күмде.

Сибай ҡалаһының концерт-театр берекмәһендә «Беҙҙең хәтер тулҡындарында» дуҫтарҙы хәтерләү концерты ойошторолдо. Көҙгө кистә ҡалабыҙ музыканттары, йыр башҡарыусылар, берекмә йырсылары баҡыйлыҡҡа иртә күскән сәнғәткә ғашиҡ дуҫтарын тик яҡшы яҡтан иҫкә алды. Улар яратып башҡарған йырҙарҙы йырланы. Сарала һуғыш ҡорбандары булған яҡташтарҙың да йөҙҙәре, һындары күҙ алдына баҫты. Ретро йырҙар, ҡурай, скрипка, гитара, баян моңо, «Сибай» халыҡ…

Сибай ҡалаһының концерт-театр берекмәһендә Асҡар Абдразаҡовтың вокаль сәнғәте Академияһының сығарылыш студенттары отчет концерты менән сығыш яһаны. Проектта республиканың сәнғәт уҡыу йортон тамамлаусы 12 өмөтлө йәш йырсы ҡатнашҡан. Улар араһында Сибай сәнғәт колледжында белем алыусы Ләйсән Мәғәфүрова, Рәил Әхтәмов, Йәмил Ғайсин бар. Ҡыҙҙар-егеттәр проект барышында Лариса Әхмәтова, Иҙрис Ғәзиев, Эльвира Фәтихова, Артем Макаров кеүек атаҡлы сәнғәт әһелдәренән…

Сибай концерт-театр берекмәһе ҡурайсыһы Айнур Әминев тураһында “Атайсал” гәзитендә. Программала милли ҡоралыбыҙ төп урында. Уның милли сәнғәтебеҙҙәге мөмкинлектәре, халҡыбыҙ яҙмышындағы роле әйтеп бөтөрһөгөҙ. Был концерт Айнур Әминевтыҡы ғына түгел, әммә уның кеүек шәп ҡурайсы аша ҡурайҙың бар булмышын күрһәтеүсе, Бөйөк Ҡурайға мәҙхиә йырлаусы тамаша… ӘЙТСЕ, ҠУРАЙ… “Әйтсе,Ҡурай…” исемле тамашабыҙ алдынан ойошторған әңгәмәмде тағы бер тапҡыр тәҡдим…

Ижадтың – ул һүҙ сәнғәте булһынмы, йырмы, бейеүме, көйҙәр яҙыумы – бер үҙенсәлеге бар, күңел төпкөлөнән һорамайса килеп сыға ла, яңы тыуған балалай, донъяға оран һала. Тормоштоң ығы-зығыһы ла, һауа шарттары ла уға ҡамасау түгел. “Яңы йылым – яңы йырым” концерт программаһы ла йыл башында тулғаҡ тотоп, ауылдар буйлап үҙенең барлығын, ижадҡа тулы хоҡуғы барын…

Сибай концерт-театр берекмәһенең Ҙур залында башҡала артистарының “Йыр көсө” тип аталған ҙур концерты булып үтте. Күршеләрҙе, бигерәк тә үҙәктән килгәндәрҙе, тамашасылар йылы ҡабул итә. Был аңлашыла: Өфө артистарын радио аша йышыраҡ ишетәбеҙ, үҙәк телевидениенан күберәк күрәбеҙ. Эргәгә килгәндә ып-ысын үҙҙәрен ниңә яҡындан күреп ҡалмаҫҡа! Башҡалалар һынатманы: ике яҡ та бер-береһенән ҡәнәғәт ҡалды.