11 декабрь көнө Татарстан Республикаһының Түбәнге Кама ҡалаһында Татарстан Республикаһы башҡорттары ҡоролтайы отчет- һайлау йыйылышы үткәрҙе. Сараның рәсми өлөшө үткәндән һуң Сибай концерт-театр берекмәһенең ижади төркөмө ҡатнашыусыларға рухлы концерт программаһы бүләк итте.Татарстанда йәшәгән башҡорттар был осрашыу менән бик ҡәнәғәт булдылар һәм киләсәктә лә осрашыуға саҡырып ҡалдылар.    

Кисә, 10 декабрь көнө, Ҡазан ҡалаһында төрки халыҡтарҙың “Көнсығыш баҙары” I Халыҡ – ара эстрада фестивален асыу тантанаһында Башҡортостандың лайыҡлы вәкилдәре булып, Сибай концерт – театр берекмәһе артистары уңышлы сығыш яһаны. Бөгөн Түбәнге Кама ҡалаһында милләттәштәребеҙ менән осрашыу хөрмәтенә концерт буласаҡ.

10 декабрҙә Ҡазан ҡалаһында үтәсәк төрки халыҡтарҙың “Көнсығыш баҙары” I Халыҡ-ара эстрада фестивален асыу тантанаһында Сибай концерт-театр берекмәһе артистары ла сығыш яһаясаҡ. Рәмил Туйсин етәкселегендәге ижади төркөм сәфәргә сыға. Йырсылар Сөмбөл Моратова, Алина Вәхитова, Фаил Йортбәков, ҡурайсы Айнур Әминев, думбырасы Илнур Сәлимгәрәев, гитарасы Радик Далхин, саксофонсы Радмир Иҫәнғоловтар яуаплы сараға әҙер. Артистарыбыҙға хәйерле юл һәм…

“БАШҠОРТ ЙЫРЫ”

4 декабрь көнө “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “БАШҠОРТ ЙЫРЫ” телевизион конкурсының 10 йыллыҡ юбилейына бағышланған концерт уҙҙы. Үткән йылғы Гран-при эйәһе Сибай концерт-театр берекмәһе йырсыһы Әлфир Заманов коллегалары Рөстәм Хәсәнов, Ғаяз Ғәйетбаев, Сөмбөл Моратова, Алина Вәхитова һәм баянсы Дим Шәрәфиевтар менән берлектә сығыш яһаны. Улар тәҡдим иткән музыкаль композициялағы Г.Дәүләтшина һүҙҙәренә И.Сирбаев ижад иткән “Яңылыштарҙан…

Йылайыр районы буйлап гастролдәр

Сибай концерт-театр берекмәһе артистарының Йылайыр районы буйлап гастролдәре уңышлы тамаланды! Кисә коллектив Матрай ауылында мәктәп уҡыусыларына концерт-лекторий тәҡдим итте, кискеһен “Егәрлеләр, ябайҙар…Шулай улар -СИБАЙҘАР!”” исемле сағыу концерт программаһы менән сығыш яһаны. Берекмәнең сараларын ойошторорға ярҙам итеүсе дуҫтарыбыҙға һәм артистарыбыҙҙың һәр сығышын көслө алҡыштарға күмгән барлыҡ тамашасыларға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!

Себер гастролдәре

Хөрмәтле ҡәрҙәштәр! Йыр-моң һөйөүсе яҡташтарыбыҙ! Сибай концерт-театр берекмәһе 13-17 декабрҙә ХМАОның Лянтор, Нефтеюганск, Нижневартовск, Сургут ҡалаларына һәм Түбәнге Сортым (Нижнесортымский) ҡасабаһына гастролдәргә юллана! Беҙҙең концерттарға рәхим итегеҙ! Билеттарҙы берекмәбеҙ сайтында онлайн алып була. Пушкин картаһы менән түләү мөмкинлеге бар. https://sibay-concert.ru/xo_event/с-любовью-к-землякам/

“Айгөл иле” концерты

25 ноябрь көнө Сибай концерт-театр берекмәһе артисы, билдәле йырсы Айгөл Әсәҙуллинаның “Айгөл иле” исемле соло-концерты булып уҙҙы. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры бинаһының тамаша залы йырсының ижадын яҡындан белеүсе, йырҙарын яратып ҡабул итеүсе тамашасылар менән шығырым тулы булды. Үҙенең беренсе соло-концертын Айгөл Ғәйнислам ҡыҙы юғары кимәлдә атҡарҙы. Зал хис-моңға, ҡыуаныс-шатлыҡтарға тулды. Һағышлы…

Ҡәҙерле дуҫтар! Ҡалабыҙҙа йәшәүсе йыр-моңға битараф булмағандарҙы һәм Сибай ҡунаҡтарын 9 октябрь – яңыртылған бинаны бергәләп асырға саҡырабыҙ! Ошо уңайҙан, Республика көнөнә арналған “Урал аръяғында тыуғандар” тип исемләнгән концерҡа көтәбеҙ. Билеттарҙы Сибай ҡалаһы, Пушкин урамы, 17 адресы буйынса һәм онлайн түбәндәге һылтанмалар буйынса алырға була – https://sibay.ticketland.ru/teatry/sibayskoe-kto/rozh.. https://sibay-concert.ru/xo_event/5655/ Белешмәләр өсөн телефон: 8-961-039-06-80, 8-937-156-00-26. Инеү өсөн…

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы бойороғона ярашлы 27 сентябрҙән мәҙәни сараларға инеү өсөн: – вакцинация үтеүҙе раҫлаған QR-код – йәки һуңғы алты айҙа сирләү тураһында белешмә, – йә иһә медицина ойошмаһынан коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатырға ярамауы хаҡында белешмә кәрәк. Талап ителгән документтарҙы күрһәтеү мөмкинлеге булмаһа, һатып алған билеттарҙы кире тапшырырға мөмкин. Шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланыу (битлек кейеү),…

Хөрмәтле тамашасыларыбыҙ!! Әлеге мәлдә Сибай концерт-театр берекмәһендә тулы ҡеүәт менән 28-се ижад миҙгеленә әҙерлек бара: артистар өр-яңы йырҙар ижад итә, инструменталь әҫәрҙәр эшкәртә, бейеүҙәр ҡуя, актер оҫталығын камиллаштыра.

28-се ижад миҙгелен асыу

Иғтибар!!! Хөрмәтле дуҫтар!! Сибай концерт – театр берекмәһе “Йондоҙҙар атылғанда” тип аталған өр-яңы тамаша менән 28 -се ИЖАД МИҘГЕЛЕН аса! Йыһан һәм йондоҙҙар донъяһы борон-борондан барса халыҡтарҙы ла ҡыҙыҡһындырған. Мәшһүр “Урал батыр” эпосы ла Ҡояш юлы буйлап йондоҙҙар сәйәхәте ул. Башҡорт халҡында йондоҙҙарҙы белеү ерҙең картаһын белеү булып һаналған. Бына ошо хаҡта һөйләй ҙә инде “Йондоҙҙар…

Хөрмәтле Арғаяш халҡы! Ҡәҙерле милләттәштәр! Моңһоу һалҡын көҙ көндәренә байрам кәйефе өҫтәп, күңелдәрҙе йылытырға тип һеҙгә юлланабыҙ. Сибай концерт-театр берекмәһе «Илем барҙа – йырым бар» исемле сағыу, күңелле, рухлы концерт программаһы менән Силәбе өлкәһенең Арғаяш районына гастролдәргә сығабыҙ! Гастролдәр 20 сентябрҙән – 25 сентябргә тиклем дауам итәсәк. 20 сентябрь  – Дәрбиш ауылы 21 сентябрь –…