?Бөгөн Сибай концерт-театр берекмәһе артистары Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылы клубында мәктәп уҡыусылары һәм ауыл халҡы өсөн “Әйтсе,ҡурай…” (режиссеры— Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин, Сынғыҙ ауылы егете) исемле концерт программаһы менән сығыш яһаны. Башҡорт донъяһы иленә күп зыялы шәхестәр биргән ауылдың тамашасылары концертты бик йылы һәм ихлас ҡабул иттеләр, ҡурайсы Айнур Әминевҡа яҡшы баһа бирҙеләр….

Сибай концерт-театр берекмәһе ҡурайсыһы Айнур Әминев тураһында “Атайсал” гәзитендә. Программала милли ҡоралыбыҙ төп урында. Уның милли сәнғәтебеҙҙәге мөмкинлектәре, халҡыбыҙ яҙмышындағы роле әйтеп бөтөрһөгөҙ. Был концерт Айнур Әминевтыҡы ғына түгел, әммә уның кеүек шәп ҡурайсы аша ҡурайҙың бар булмышын күрһәтеүсе, Бөйөк Ҡурайға мәҙхиә йырлаусы тамаша… ӘЙТСЕ, ҠУРАЙ… “Әйтсе,Ҡурай…” исемле тамашабыҙ алдынан ойошторған әңгәмәмде тағы бер тапҡыр тәҡдим…

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Сибай тамашасылары иғтибарына легендар комдив, генерал Миңлеғәле Шайморатов тураһында “Ат уйнатып алдан бара” спектаклен тәҡдим итте. Тамаша ҡаланың концерт-театр берекмәһенең яңыртылған бинаһында булды. Форсаттан файҙаланып, Сибай филармонияһы барлыҡҡа килгән ваҡыттағы тәүге ҡарлуғас-артистарҙың береһе, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Сәғиҙулла Исмәғил улы Байегетовҡа кәйеф –тәьҫораттарын һорап мөрәжәғәт иттек: – Нисәмә…

Сибай филармонияһында спорт бейеүҙәре буйынса фестиваль бара. Унда Силәбе өлкәһе, Әбйәлил районынан, Сибай ҡалаһынан балалар һәм ололар ҡатнаша. Әле фестивалдең бер өлөшө тамамланды. “Сулпан” театры художество етәксеһе, коллегабыҙ Денис Нурғәлиндың ҡыҙҙары Камилия һәм Зәлиә Нурғәлиналар ҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урын яуланы.

Сибай филармонияһы залында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Заһир Иҫәнсурин һәм уның ижадташ дуҫтары ҡатнашлығында бай йөкмәткеле концерт булып уҙҙы. Халҡыбыҙҙың яратып тыңлаған ретро йырҙары менән һуңғы йылдарҙа ижад ителгәндәре лә йылы ҡабул ителде. Һандуғастай моңло йырсыны йәше лә, олоһо ла берҙәй яратып ҡабул итте.

8 марта

Был донъялағы һәр һулышыбыҙ өсөн Әсәйҙәргә беҙ мәңге бурыслы. Бәлки шуғалыр ҙа Әсәй һәм Ҡатын – ҡыҙ образдары, йәнәш йөрөһәләр ҙә, күңелебеҙҙә ике донъяны биләй: ихлас бала һөйөүе һәм илерткес мөхәббәт тойғоһо сиктәре менән айырылған улар. Бөтә Рәсәй буйынса Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы иғлан ителгән “Вам, Любимые” акцияһы сиктәрендә Сибай филармонияһының Рәмил Туйсин етәкселегендәге егеттәр…

Бөгөн Һөйәнтүҙ фажиғәһен иҫкә алыу көнө. Сибай филармонияһы артистары башҡарыуындағы башҡорт халыҡ йыры – “Тәфтиләү” иле өсөн шаһит булған милләттәштәребеҙгә доға булһын. Амин!

Сумбуль Муратова

Ҡаршы алығыҙ: Сөмбөл Моратова Бәләкәй саҡтан бейергә яратҡан…Кескәй ҡыҙ, ауылға концерт менән килгән Рәшиҙә Туйсинаны, Зөлфиә Ҡудашеваны эләкләп, үҙ-үҙенә бейеү һалған. Хатта бер заман әсәһенән Ҡудашеваныҡы һымаҡ батмус та таптырған. Ағиҙелдә һыу инеп, Ҡыйрат тауы битләүендә уйнап үҫкән Сөмбөлдөң иң яратҡан шөғөлө—“концерт ҡуйыу” булған. Нишләптер һәр йома өйҙә ошо “уйынды” ойошторғандар. Айбулат ағаһы шиғыр һөйләһә,…

Тик Гүзәлсә балҡый

Филармония менән бергә үҫте. Әсәҙуллиндар ғаиләһе менән сирек быуат элек Сибайҙа филармония асылғас, ундағы концерттарҙа танышҡайным. Фәнил дә, Гүзәл дә сәхнәлә осоп-ҡунып йөрөгән, дәрт-дармандары ташып торған йәш кенә бейеүселәр ине. Сәнғәткә илткән юл  Унан ошо ғаилә парының нисектер башҡаларҙан айырылып торғаны күҙ алдымда. Бигерәк тә уларҙың “Күгәрсендәр” тип аталған парлы бейеүе күңел түрендә уйылып ҡалды….

Сибай концерт-театр берекмәһендә Сибай һәм Учалы филармонияларының берлектәге «Мөхәббәт тураһында йыр» концерты уҙҙы. Ике мәҙәниәт усағы 10 йылдан ашыу ваҡыт хеҙмәттәшлек итә һәм бергә бик шәп концерттар ойоштороуҙарын дауам итә. Сибай тамашасылары ҡунаҡтарҙың һәр сығышын алҡыштарға күмде, айырыуса «Уралтау» халыҡ бейеү ансамбленең дәртле бейеүҙәрен оҡшатты. Дөйөм алғанда, ике филармония ансамблдәре – «Сибай», «Уралтау» халыҡ бейеүҙәре коллективы…

..Йәмле Һаҡмар буйына төшөп, йәйге ҡояш нурҙарына яңы һауған һөттәй йылынған һыуҙа рәхәтләнеп сумып уйнағандан һуң тиҫтерҙәре менән ҡомда аунаған мәлдәрендә күңел төпкөлөнән һарҡыған моң тәьҫирендә татлы уйҙарға бирелеп ятырға ярата Ғаяз. Үҫкәс кем булырға? Баймаҡ районының Буранбай ауылы үҙенең һоҡланғыс шәхестәре менән данлыҡлы. Республикабыҙға, илебеҙгә данлыҡлы ҡурайсы, бейеүсе, йырсы, шағирҙар бүләк иткән төйәк ул….

Концерт Башгосфилармонии им. Хусаина Ахметова

24 январь 19.00 СибайФилармония Купить билет