Сибай концерт-театр берекмәһенең ҙур залында үҙенсәлекле тауышлы йырсы Зәбирә Әминеваның “Мин ғүмерҙе көйгә һалдым” концерты бер тында гөрләп уҙҙы. Сәхнәгә 20 йыл тоғро хеҙмәт иткән йырсының юбилей концертында бер туған апайы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Резида Әминева, берекмәнең бөтә ижади коллективы – артист-вокалистар, “Сибай” халыҡ бейеү ансамбле, халыҡ инструменттары оркестры ҡатнашты. Зәбирә Рәүеф ҡыҙы 25 йыл ғүмерен…

Бөгөн Сибай концерт-театр берекмәһендә Халыҡ-ара ололар һәм Музыка көнөнә арналған “Музыка беҙҙе бәйләне” концертты үтте. Ижади төркөм тамашасыларға билдәле сәнғәт әһелдәре Г.Гладков, Г.Свиридов, И.Штраус әҫәрҙәрен, филармония хеҙмәткәре, һәүәҫкәр композитор Азат Исҡужиндың ижадын ишеттерҙе. Өлкән быуын вәкилдәре концерттан илһам, йәшәүгә көс-дәрт алып таралышты.

Сибайское концертно-театральное объединение Большим концертом открыло свой 30-ый творческий сезон. Ровно 30 лет назад в городе заработали филармония, единственный в республике детский театр «Сулпан». Эти два объекта сейчас объединившись в одно целое, служим единой силе – искусству. На концерт приглашены много гостей. Среди них – первооткрыватели филармонии, ныне уже известные деятели культуры Республики Башкортостан –…

Сибай концерт-театр берекмәһе 30-сы ижад миҙгелен ҙур концерт менән асты. Бынан өс тиҫтә йыл элек ҡалала филармония, республикала берҙән-бер «Сулпан» балалар театры булдырыла. Әле был ике мәҙәни усаҡ бер ҡыйыҡ – бер берекмә аҫтында эшләй һәм мәҙәниәткә, сәнғәткә хеҙмәт итә. Яңы ижади миҙгелгә коллектив етди әҙерләнде: яңы йырҙар, яңы бейеүҙәр тамашасы хөкөмөнә сығарылды, сәхнә кейемдәре…

Минувшие выходные выдались насыщенными для наших артистов. Две творческие бригады Сибайской филармонии под руководством и. о. директора Калимуллина Ю.М. приняли участие в праздничных мероприятиях в г. Костанай Республики Казахстан. Артисты выступили в республиканском фестивале «TURK fest.kst» среди тюркоязычных народов, а также на праздничном мероприятии «Йыйын», которое организовало Башкирское этнокультурное объединение «Азатлык» г. Костанай в рамках празднования…

Уҙған ялдарҙа Сибай концерт-театр берекмәһе директоры вазифаһын башҡарыусы Кәлимуллин Ю. М. етәкселегендә ике ижади төркөм Ҡаҙағстан Республикаһы Ҡостанай ҡалаһында үткән байрам сараларында ҡатнашты. Артистар төрки телле халыҡтар араһындағы «TURK fest.kst” республика фестивалендә, шулай уҡ Ҡостанай ҡалаһы “Азатлыҡ” башҡорт этномәҙәни берләшмәһе ойошторған “Йыйын” байрамында уңышлы сығыш яһаны. «TURK fest.kst» фестивале – күп ҡырлы һәм сағыу байрам….

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә балаларға бүләктәр биреү, сағыу байрамдар ойоштороу матур йолаға әйләнде. Сибай концерт-театр берекмәһендә лә был сара бик күңелле үтте. Байрам бинабыҙ алдында башланып китте. Кескәй дуҫтарыбыҙ өсөн уйындар, конкурстар, балалар һүрәттәре күргәҙмәһе ойошторолдо. Аквагрим оҫталарынан һүрәт эшләтеү мөмкинлеге булды. Әкиәт персонаждары — “Сулпан” балалар театры артистары, “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле солистары балалар менән…

Сибай концерт-театр берекмәһенең Ҙур залында “Әйтсе, Ҡурай…” исемле тамаша булып үтте. Концерттың төп башҡарыусыһы талантлы, рухлы музыкантыбыҙ Айнур Әминев ошо тамашала халҡыбыҙҙың Бөйөк Ҡурайы аша халҡыбыҙ сәнғәтенең милли үҙенсәлеген, ҡиммәтен күрһәтте. ” Әйтсе, Ҡурай…” (режиссеры — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин) программаһында шулай уҡ Ғаяз Ғәйетбаев, Алина Вәхитова, Зәриә Ырыҫмәхәмәтова, “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле…

Сәнғәт кешеһенә күп кәрәкмәй, тулы залдар, аншлаг булһа, шул етә. Юҡ, сәнғәт кешеһенә бик күп кәрәк. Уға иғтибар, билдәлелек кәрәк, хатта тамашасы һөйөүе лә аҙ уға, рухи таяныс, милләттәштәренең ихласлығына мохтаж ул. Сибай концерт-театр берекмәһе артистары “Дәртле йәшлек бейеүҙәре – һағындырҙың, РИТАЙЫМ!” исемле концерт программаһы менән республикабыҙҙың туғыҙ ҡалаһы буйлап турнела йөрөп ҡайтты. Нисек ҡабул…

18 апрель көнө Сибай концерт-театр берекмәһең реконструкцияланып яңыртылған мөһабәт йортонда “Егәрлеләр, ябайҙар – шулай улар сибайҙар!” тип аталған концерт булды. Шығырым тулы залда ҙур аншлаг менән үтте көтөп алынған тамаша. Егәрле булыу еңел түгел, ябай булыу үтә лә ҡатмарлы, сөнки ябайлыҡ асылдан айырылмауҙы, милли идентификацияны, милли йөҙҙө юғалтмауҙы талап итә. Бөгөнгө тормоштоң ҙур тиҙлек менән…

Хөрмәтле тамашасылар! Тамаша ҡылырға саҡырабыҙ. Бер-бер артлы өс тамаша көтә Һеҙҙе: 18 апрель – “Егәрлеләр, ябайҙар – шулай улар сибайҙар!”, 27 апрель – “Ҡырҡ сырағым”, 29 апрель – “Дәртле йәшлек бейеүҙәре – һағындырҙың, РИТАЙЫМ!”. Юҡ, өсәү түгел, дүртәү икән! Дүртенсеһе, бәлки, мауыҡтырғысыраҡтыр ҙа… Ул да булһа тамашалар үтәсәк яңыртылған бинаның эсенә тамаша ҡылыу – экскурсия…

Поздравление с 23 февраля

Сотрудники Сибайского концертно-театрального объединения поздравляют всех защитников Отечества и присоединяются к Всероссийской акции “День героев”. #ДеньГероев #23февраля #СибайскоеКТО #Сибайскаяфилармония #ЗащитникиОтечества #НашиЗащитники #Флешмоб