Бөгөн беҙҙең Сибай концерт-театр берекмәһенең «Сулпан» балалар театры Баш ҡалала барған «Берҙәм Рәсәй» партияһы «Кесе Ватан мәҙәниәте» һәм «Театр – балаларға» федераль проектының театраль декаднигында «Әкиәт китабы» пьессаһын йәш тамашасылар хөкөмөнә сығарҙы. Балалар мажаралы тамашаны күңелдәрен биреп ихлас ҡараны. Был спектакль уҙған йыл көҙ тәүге тапҡыр сәхнәләштерелде. Артистар уны Урал аръяғының ҡала һәм райондары мәктәптәрендә,…

Ҡотлайбыҙ! 👋🌷 Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев ҡаланың мәҙәни үҫешенә тос өлөш индергән учреждениелар етәкселәренә Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Улар араһында беҙҙең Сибай концерт-театр берекмәһенең директоры вазифаһын башҡарыусы Юнир Мөнир улы Кәлимуллин да бар. Етәксебеҙгә артабанғы эшендә уңыштар теләйбеҙ!

Журналист һәм яҙыусы Мөҙәрис Багаев иҫән сағында үҙен драматург булараҡ та танытып өлгөрҙө. Сибай концерт-театр берекмәһенең «Сулпан» балалар театры уның «Өс туған, кинйәләре Иштуған» әкиәтен сәхнәләштереп, бөгөн тәүге тапҡыр сәхнәгә сығарҙы. Спектакль йәш тамашасыға, йәғни мәктәп уҡыусыларына тәғәйенләнгән. Уны сәхнәгә Башҡортостандың халыҡ артисы Вәкил Йосопов ҡуйҙы. Рәссам-ҡуйыусыһы Луиза Дәүләтбирҙина, композиторҙар – Марат Ғөбәйҙуллин, Азат Исҡужин….

Билдәле булыуынса, хәҙерге заманда Ер шарында 6 меңдән ашыу тел бар. Уларҙың берәүҙәрендә меңәрләгән кеше аралашһа, икенселәрендә иһә бер-ике кеше генә һөйләшә. ЮНЕСКО Халыҡ-ара ойошмаһы тарафынан үткәрелгән тикшереүҙәр буйынса 6 меңдән ашыу телдең 40%-на яҡын арала юғалыу янай. Был исемлектә башҡорт теле лә бар. Телдәрҙең юғалыуын иҫкәртеү буйынса үткәрелгән сараларҙың береһе булараҡ, 21 февраль көндө бөтә…

Сибай концерт-театр берекмәһендә Сибай һәм Учалы филармонияларының берлектәге «Мөхәббәт тураһында йыр» концерты уҙҙы. Ике мәҙәниәт усағы 10 йылдан ашыу ваҡыт хеҙмәттәшлек итә һәм бергә бик шәп концерттар ойоштороуҙарын дауам итә. Сибай тамашасылары ҡунаҡтарҙың һәр сығышын алҡыштарға күмде, айырыуса «Уралтау» халыҡ бейеү ансамбленең дәртле бейеүҙәрен оҡшатты. Дөйөм алғанда, ике филармония ансамблдәре – «Сибай», «Уралтау» халыҡ бейеүҙәре коллективы…

Сибай концерт-театр берекмәһенең “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәил Ханов генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Афарин, яугир! Был хаҡта Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белгертте. -Бөгөн “Хан” ҡушаматлы яҡташыбыҙға Шайморатов генерал миҙалын тапшырҙым. Яугир әле ҡыҫҡа ваҡытлы ялда. “Хан” менән үткән ҡайтҡанында ҡаланың махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм…

9 февралдә Х. Әхмәтов ис. Башҡорт дәүләт филармонияһында “Күңелем тулы моң булғас” исемле концерт программаһы уҙа!Студия ҡунаҡтары – Ғаяз Ғәйетбаев,Минзәлә Ҡотошова https://sibay-concert.ru/wp-content/uploads/2024/02/010000.mp4

«Йөрәк тулы йыр булғас»

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ғаяз Ғәйетбаевтың «Йөрәк тулы йыр булғас» концертынан күренештәр.

❄🏅🎭Сибай концерт-театр берекмәһе ҡаланың мәғариф хеҙмәткәрҙәре өсөн Ғаилә йылына арналған «Стойкий оловянный солдатик» спектаклен күрһәтте. Ғаиләләре менән мәҙәни сараны күрергә килгән уҡытыусыларҙы һәм тәрбиәселәрҙе мәғариф бүлеге начальнигы Рушан Дияров сәләмләне. Ул барыһын да башланып торған Ғаилә, уңышлы тамамланған Педагог һәм остаз йылдары менән ҡотланы. Киләсәктә лә педагогтар менән хеҙмәттәшлек итергә йыйынабыҙ. Ни тиһәң дә, берекмә репертуарында…

Башҡорт теле көнө менән, дуҫтар! Сибай концерт-театр берекмәһенең хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Нәсимә Ғизәтуллина, Урал Зәйнуллин Башҡорт теле көнө уңайынан Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы уҡыусыларына 3 оҫталыҡ класы уҙғарҙы. Оҫталыҡ дәрестәренең маҡсаты – башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә, республикала һәм Рәсәй төбәкәтрендә башҡорт телен популярлаштырыуға, балаларҙа башҡорт мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыуға, граждандарҙа башҡорт халҡының тарихы,…

Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдереүенсә, 3 декабрҙә башланған “Рәсәй” Халыҡ-ара күргәҙмә-форумы сиктәрендәге Башҡортостан Республикаһы көндәрендә 280-дән ашыу артист һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашҡан. Күргәҙмәнең 9 майҙансағында 20 сәғәттән дә ашыу дауамлы төрлө мәҙәни программалар күрһәтелгән. Сибай концерт-театр берекмәһе артистары ла бөгөн киске 19.00 сәғәткә ҡәҙәр күргәҙмәгә килеүселәрҙе үҙҙәренең йыр-моңдары, дәртле бейеүҙәре менән ҡыуандыра. Мәскәүҙәр һәм…

Сибай концерт-театр берекмәһенең ҙур залында үҙенсәлекле тауышлы йырсы Зәбирә Әминеваның “Мин ғүмерҙе көйгә һалдым” концерты бер тында гөрләп уҙҙы. Сәхнәгә 20 йыл тоғро хеҙмәт иткән йырсының юбилей концертында бер туған апайы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Резида Әминева, берекмәнең бөтә ижади коллективы – артист-вокалистар, “Сибай” халыҡ бейеү ансамбле, халыҡ инструменттары оркестры ҡатнашты. Зәбирә Рәүеф ҡыҙы 25 йыл ғүмерен…