Гастроли Зианчура
Иғтибар!! Сибай концерт-театр берекмәһе “Егәрлеләр, ябайҙар, шулай улар – сибайҙар!” исемле бай концерт программаһы менән Ейәнсура районы буйлап гастролдәргә сыға. Тамашала Урал аръяғының йөҙөк ҡашы булған “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең береһенән-береһе һәләтле сибәр йәштәре, моңло тауышлы йырсыларыбыҙ, талантлы музыканттарыбыҙ ҡатнаша! Концерттар: 14 март – Абҙан ауылы мәҙәниәт йорто 15 март – Күгәрсен ауылы мәҙәниәт йорто…
11 март Аҡъяр район мәҙәҙәниәт йортонда һәләтле йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ғаяз Ғәйетбаев “Йөрәк тулы йыр булғас” тип исемләнгән шәп концертына саҡыра. Йыр-моң солғанышында үҫкән һәм донъяны ла шул моң аша ҡабул иткән ауыл егете нисек итеп үҙ асылын табыр? Уның янындағы Илһам ҡошо менән Йыр ене ниндәй маҡсат менән яна? Ә мөхәббәт? Быларҙың барыһына…
С 8 марта!
Хөрмәтле Ҡатын – ҡыҙҙар! Хоҙай Һеҙҙе һоҡланыу өсөн яралтҡан. Һоҡландырып йәшәгеҙ! Һеҙ барҙа, беҙ бар. Һеҙ барҙа ғына беҙ батыр ҙа, матур ҙа. Һеҙ барҙа ғына һөйөү бар. Һөйөү барҙа, йәшәү бар! Байрам менән, гүзәл заттарыбыҙ!
8 марта
Был донъялағы һәр һулышыбыҙ өсөн Әсәйҙәргә беҙ мәңге бурыслы. Бәлки шуғалыр ҙа Әсәй һәм Ҡатын – ҡыҙ образдары, йәнәш йөрөһәләр ҙә, күңелебеҙҙә ике донъяны биләй: ихлас бала һөйөүе һәм илерткес мөхәббәт тойғоһо сиктәре менән айырылған улар. Бөтә Рәсәй буйынса Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы иғлан ителгән “Вам, Любимые” акцияһы сиктәрендә Сибай филармонияһының Рәмил Туйсин етәкселегендәге егеттәр…
Концерт “Яҙ килеүен һиңә ҡарап беләм”
Һиҙәһегеҙме, яҙ етә! Яҙ бит ул ҡар иреү, бөрөләр тиртеү, орлоҡ шытыу ғына түгел, кешеләр өсөн ул күңелдәрҙең әллә ниндәй аңлашылмаған моңға сорналыуы ла. Сибайҙар өсөн “Яҙ килеүен һиңә ҡарап беләм”, тип аталған, 4 март көнө А.Мөбәрәков исемендәге театр сәхнәһендә уҙған яҙғы тамаша быға бер ишара булды. Сибай концерт-театр берекмәһенең ир-азаматтары үҙҙәренең дәртле йырҙары менән…
Егәрлеләр Баймаҡта
Сибай – Баймаҡ араһы утыҙ ике саҡырым. Эш араламы ни, йыр-моң өсөн ваҡыт арауығы ла, саҡрымдар иҫәбе лә юҡ. 3 март көнө Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә үткән Сибайҙарҙың “Егәрлеләр, ябайҙар – шулай улар сибайҙар!” исемле концертын баймаҡтар (Баймаҡ ҡалаһыныҡылар) һәр саҡтағыса шығырым тулы зал менән һағынып көтөп алдылар. Күп балалы әсәләр өсөн Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт…
О концерте 4 марта
Сибай концерт- театр берекмәһе 4 март киске сәғәт 19.00 Сибай драма театры сәхнәһендә үтәсәк Халыҡ- ара ҡатын- ҡыҙҙар көнөнә арналған”Яҙ килерен һиңә ҡарап беләм тип аталған күңелле, йыр- моңға бай, дәртле бейеүҙәрҙән торған байрам концертын тәҡдим итә. Әле урамда ҡар, йылғаларҙа боҙ һәм ҡырҙа бурандар уйнаған мәлдә үк беҙ яҙ һулышын тоябыҙ. Ҡайҙан? Ҡатын-ҡыҙҙан! Уларҙың…
Концерт Сумбуль Муратовой
22 февралдә Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәге сәхнәһендә Сөмбөл Моратованың соло-концерты булып уҙҙы. Һуңғы осорҙа пандемияға бәйле, төрлө мәҙәни сараларға йөрөү мөмкинлеге сикләнгән тамашасылар йырсынын һәм уның ижадташ дуҫтарының сығышын һағынып, ихлас ҡабул итте. Концертты нәфис һүҙ оҫтаһы Илнур Сәлимгәрәев халыҡ менән йәнле әңгәмә ҡороп, бик матур итеп алып барҙы. Музыкаль яҡтан тамашаны берекмәнең халыҡ…
Концерт в Старом Сибае
Хөрмәтле тамашасылар! Һеҙҙе 2 март көнө 19.00 сәғәттә Иҫке Сибай ауылы мәҙәниәт йортонда тик бейеүҙәрҙән генә торған тамашаға саҡырабыҙ. Халҡыбыҙҙың рухи мираҫы булған милли бейеүҙәребеҙҙән тыш, төрлө халыҡ бейеүҙәрен күреп, хайран ҡалырһығыҙ. Килегеҙ, күрегеҙ: бейер өсөн генә тыуған бейеүселәребеҙҙең дәрт-дарманы һеҙгә лә күсер. Билеттар буйынса телефон 8-937-851-73-34 Шулай уҡ һылтанма буйынса онлайн алырға була, “Пушкин…
Сумбуль Муратова
Йыр – моңға үтә лә әүәҫ сибайҙар! Билдәрен ҡыҫып быуһа, быуырҙар, концерттан ҡалмаҫтар. 22 февраль көнө Балалар ижады үҙәгендә Сөмбөл Моратованың соло – концертына йыйылған тулы зал тамашасылар быға тулы дәлил. Моңло йырҙар тыңлап, дәртле бейеүҙәр ҡарап елкенеп, музыка тулҡындарында бәүелеп, сәнғәт донъяһында талпынып таралышты улар.
21 ФЕВРАЛЬ– ХАЛЫҠ-АРА ТУҒАН ТЕЛ КӨНӨ
21 ФЕВРАЛЬ– ХАЛЫҠ-АРА ТУҒАН ТЕЛ КӨНӨ Туған тел – тыуғандан бирле оҙатып йөрөгән тел. Әсә теле беҙгә ҡан аша, йән аша олатай-өләсәйҙәрҙән ҡалған аманат. Туған тел арҡылы донъяны танып беләбеҙ, хис-тойғоларыбыҙҙы, уй-фекерҙәребеҙҙе башҡаларға еткерәбеҙ. Туған телдең сиктәре тыуған ил эсенә йомолған, тел аша милләттәштәрҙең таянысын тойоп йәшәүгә бәйле ул. “Иле барҙың – теле бар”, тип,…
15 февраль көнө Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай драма театры сәхнәһендә “Сибай” бейеү ансамбленең концерты гөрләп үтте. Ярата шул беҙҙең халыҡ сәнғәттең был төрөн! Бейеү бит ул күп осраҡта күтәренке кәйефкә, дәрт-дарманға бәйле. Бөгөнгө көндә беҙгә ана шул оптимизм, киләсәккә өмөт менән ҡарау бик мөһим. “Ынйыҡай” бейеү студияһында шөғөлләнеүсе балаларҙың ағай-апайҙарының үксәһенә баҫып, сәхнәне дер һелкетеүҙәре…