Концерт-лекторий Знакомство с танцами народов мира
“Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле “Төрлө халыҡ бейеүҙәре менән таныштырыу” исемле лекторий – концерттарын дауам итә. 15 ноябрь ҡаланың 6-сы мәктәбендә, 16 ноябрь 8-се мәктәптә шундай тамашалар булып уҙҙы. Шуныһы ҡыуандыра, “Пушкин картаһы”н ҡулланыу әүҙемләште. Өлкән синыф уҡыусылары тәҡдим ителгән концертҡа билеттарҙы ошо карта буйынса түләп ҡарай ала.
Юлай Моратов
12 ноябрҙә Сибай ҡалаһында Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР – ҙың мәғариф отличнигы, талантлы музыкант – баянсы, һәүәҫкәр композитор Юлай Моратовтың хәтер кисәһе уҙҙы.Сара барышында билдәле композитор исемендәге III асыҡ ҡала һәүәҫкәр композиторҙары конкурсының Гала – концерты булды. Был сара ҡала мәҙәниәт бүлеге, Сибай сәнғәт колледжы һәм Сибай концерт – театр берекмәһе тарафынан ойошторолдо. Концертта Юлай…
Премьера Самрау батша бүләге
Беҙҙә ПРЕМЬЕРА!!!! Иртәгә, 10 ноябрь, “Сулпан” балалар театрында “Самрау батша бүләге” исемле спектаклдең премьераһы үтәсәк. Урал менән Булат исемле малайҙар супергеройҙар тураһында мультфильмдар, уйындар яраталар. Уйын уйнап, улар хатта донъяһын оноталар – ашауҙан да, йоҡонан да яҙалар. Әсәләренең әйткәнен ишетмәйҙәр ҙә, тыңламайҙар ҙа, уға: “Һеҙҙең заманда супергеройҙар булмаған бит!” – тип кенә ебәрәләр. “Ниндәйерәк супергеройҙарыбыҙ…
Сибай концерт-театр берекмәһе көй-моңдарға, бейеүҙәргә бай өр-яңы концерт программаһы әҙерләп Өфө тамашасыһына тәҡдим иткәйне. “Йондоҙҙар атылғанда” исемле матур тамашаны 5 ноябрҙә, 19.30 сәғәттә БСТ каналында ҡарарға тәҡдим итәбеҙ.
Самрау батша бүләге
10 ноябрь “Сулпан” балалар театрында “Самрау батша бүләге” исемле спектаклдең премьераһы булып уҙҙы. Тәүгеләрҙән булып Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге Башҡорт лицейы уҡыусылары тамашаны ҡараны. “Урал батыр” эпосына нигеҙләнеп ҡуйылған спектаклдең авторы Динара Ҡәйүмова. Ҡуйыусы режиссер М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фирғәт Ғарипов беҙҙең “Сулпан” театры менән икенсегә спектакль…
Йәйге каникулдар тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. “Сулпан” балалар театры актерҙары “Янғын һүндереү командаһы” исемле спектаклен Әбйәлил районының “Ирәндек” лагеры һәм Арҡайым ҡасабаһының мәктәп янындағы лагерында ял иткән балаларына тәҡдим иттеләр. Йәш дуҫтарыбыҙ тамашаны ихлас ҡабул итеп ҡараны. Яңы уҡыу йылында бәләкәс тамашасыларыбыҙ менән осрашыуҙар йышыраҡ булыр тип ышанабыҙ, уҡыуҙарында уңыштар теләйбеҙ!
Сибай концерт-театр берекмәһе артистары 2021 йылдың 24 авгусында Свердловск өлкәһенең Красноуфимск ҡалаһында үтәсәк «Ата-бабалар ауазы» төбәк-ара фестиваленда ҡатнашасаҡ. Милләттәштәребеҙ иғтибарына «Илем барҙа – йырым бар» исемле йырлы-моңло концерт программаһын тәҡдим итәсәк.
Һәр миҙгелдең үҙ матурлығы, һәр нәмәнең үҙ мәле булғандай, йәшел йәй айҙарында без куберак ҡояшта ҡыҙынып, һыуҙа ҡойоноп, тәбиғәттә булып, сәйәхәт итеп өр-яңы тәьҫораттар йыйып, дәрт һәм һаулыҡ туплап калырга тырышабыҙ. Көтөп алған йәмле йәйҙәребеҙ үтеп барһа ла, ҡояш йылы нурҙарын йәлләмәй һибә. Шулай уҡ мәктәп укыусыларының йәйге ялы ла әлегә дауам итә. Сибай концерт-театр…
ФОЛЬКЛОРИАДА 2021
8 июль Cибай ҡалаһы VI БӨТӘ ДОНЪЯ ФОЛЬКЛОРИАДАҺЫН ҡабул итте.Был мәртәбәле сарала Сибай концерт-театр берекмәһенең этно-фолк төркөмө, халыҡ музыка ҡоралдары оркестры, “СИБАЙ” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, берекмәнең вокал ансамбле һәм “Сибай ынйылары” фольклор ансамбле, «Сибай» бейеү ансамбле янында булдырылған “Ынйыҡай” балалар бейеү студияһы ҡатнашты.
ҒАИЛӘ, МӨХӘББӘТ ҺӘМ ТОҒРОЛОҠ КӨНӨ МЕНӘН, ҡәҙерле дуҫтар!О мөхәббәт! Күпме йыуаштарҙыБатыр яһап, солтан ир иттең.Саҡма таштай ҡаты ҡатындарҙыБалауыҙҙан былай иреттең. (М.Кәрим) Ғаиләләрегеҙҙә һәр ваҡыт татыулыҡ, ырыҫ һәм хөрмәт булһын! Барығыҙға ла именлек, ныҡлы һаулыҡ, балалар ҡыуанысы һәм ғаилә бәхете теләйбеҙ!
8 июлдә VI Бөтә донъя фольклориадаһының фестиваль программаһына саҡырабыҙ!Фольклориадала ҡатнашыусылар аҙна дауамында баш ҡалала ғына ҡалмай, 22 муниципалитеттарға ла йүнәлә.СИБАЙ ҠАЛАҺЫНА 7 илдән делегация: Венгрия, Ҡырғыҙстан, Черногория, Коста-Рика, Америка Ҡушма Штаттары, Швейцария, Албаниянан килеүҙәре көтөлә. Байрам саралары ҡаланың үҙәк майҙанында 14.00 сәғәттә башлана. Һәр делегация ярты сәғәтлек концерт программаһы әҙерләгән. Сибайҙар ҡунаҡтарҙың сығыштарына яуап итеп халҡыбыҙ…
Ике көн рәттән Сибай концерт-театр берекмәһе артистары Әбйәлил районында ойошторолған йәйге лагерҙарҙа ял итеүсе балаларға “ЙӘЙ, ЯЛ, ҺАУЛЫҠ” исемле музыкаль программаһын тәҡдим итте.Коллектив кисә Асҡар, Дәүләт ауылдарында, “Ирәндек” лагерендә, бөгөн Михайловка, Таштимерҙә сығыш яһаны.