Бөгөн Сибай концерт-театр берекмәһендә янғын хәүефһеҙлеге буйынса планлы өйрәнеүҙәр үткәрелде. Берекмә хеҙмәткәрҙәре күнекмәне уңышлы үтте, сара аҙағында Сибай янғын часы начальнигы Батталов Радмир Илшат улы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрҙе тураһында һөйләне.

Сибай концерт-театр берекмәһе етәкселеге Ҡазан ҡалаһында мобилизация буйынса хәрби полигонда әҙерлек үтеүсе егеттәребеҙҙең хәлдәрен белешеп ҡайтты. Хәл белешеү, теләктәр әйтеү – борондан килгән изге йола. Хәрби хеҙмәттә кәрәкле әйберҙәр, тыуған яҡ күстәнәстәре (бигерәк тә шифалы ҡымыҙ!) коллегаларыбыҙҙа танһыҡлы хистәр уятҡандыр. Ҡыҙҙарыбыҙ триоһы башҡарыуындағы “Тиҙерәк әйләнеп ҡайтығыҙ” йыры рухи күстәнәс булып, социаль селтәрҙәрҙә күпләп урын алды….

Берҙәмлек һәм теләктәшлек өлгөһөн күрһәттек Сибай концерт-театр берләшмәһенең «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле Башҡортостан буйлап гастролдәрен дауам итә. Тамашасылар өсөн сәхнә оҫталары үҙенсәлекле «Дәртле йәшлек бейеүҙәре — һағындырҙың, РИТАЙЫМ!» тигән концерт программаһын әҙерләне. Режиссеры һәм балетмейстеры — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппаратының төп белгесе Гөлназ Аҡназарова. Сара Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән…

Рәсәй Геройы, генерал-майор М. Шайморатовҡа һәйкәл асылыуы уңайынан һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан республика яугирҙәренә рухи теләктәшлек белдереп, Өфө артистары флешмоб ойошторҙо. Халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа улар “Шайморатов генерал” йырын башҡарҙы.

Сибай концерт-театр берекмәһенең “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле тик бейеүҙәрҙән генә торған “Дәртле йәшлек бейеүҙәре – һағындырҙың, РИТАЙЫМ!” исемле программаһы менән Башҡортостан ҡалалары буйлап гастролгә сыға. 12 октябрь – Күмертау ҡалаһы, 13 октябрь – Ишембай ҡалаһы, 14 октябрь – Дәүләкән ҡалаһы, 15 октябрь – Стәрлетамаҡ ҡалаһы, 16 октябрь – Өфө ҡалаһы, 17 октябрь -Мәләүез ҡалаһы, 18…

Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Нур-Солтанда башҡорт йыйыны үтте. Мәғлүм булыуынса, унда ун алты меңләп башҡорт йәшәй. Сибай ҡалаһы концерт-театр берекмәһе артистары һәр саҡтағылай сит өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙгә Башҡортостан Республикаһы исеменән башҡортобоҙҙоң йыр-моңон, дәртле бейеүҙәрен бүләк итте.

Сибай концерт-театр берекмәһе бинаһында үткән һәр бер сара – республика кимәлендәгеләре лә, ҡала масштабындағылар ҙа хужаларҙың ҡатнашлығында үтә, артистарыбыҙ сағыу сығыштары менән һәр конференцияға, семинарҙарға мәҙәни-мәғәнәүи төҫ бирә. Ҡала уҡытыусыларының август конференцияһында ла коллегаларыбыҙ үҙҙәренең тос өлөшөн индерҙе, сөнки шунһыҙ булмай: мәғариф менән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеге бергә үрелгән.

14 августа Ҡаҙағстандың Ҡустанай ҡалаһы көнөн үткәреү сиктәрендә Сибай концерт-театр берекмәһенең ижади төркөмө Башҡортостан Республикаһы исеменән сығыш яһаны. Милли сәнғәтебеҙҙе сит яҡтарҙа күрһәтеү бурысын артистарыбыҙ уңышлы атҡарҙы.

Сибай концерт -театр берекмәһенең филармония артистары бөгөн Свердловск өлкә һабантуйында. Башҡортостаныбыҙҙың, милләтебеҙҙең сәнғәтен Рәсәй күләмендә күрһәтеп йөрөүсе коллегаларыбыҙға хәйерле эштәр, юлдар теләп ҡалабыҙ!

Оҙаҡ йылдар Сибай ҡалаһында йәшәгән һәм ижад иткән, ҡаланың мәҙәни үҫешенә күп көс һалған яҡташыбыҙ, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, РФ һәм БР-ның Яҙыусылар һәм Журналистар союзы ағзаһы, композитор Зөһрә Фәйзуллинаның хәтер һәм ҡәҙер кисәһе ойошторола. Сара 12 мартта А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында үтәсәк. Кисәлә Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Фәрүәз Урманшин, Башҡортостан Республикаһының…

Иҫке Яңы йыл

Сибай концерт-театр берекмәһе “Яңыса йылмай, шунһыҙ һис булмай!” тип аталған матур, сағыу тамашаны 13 ғинуарҙа Сибай ҡалаһының Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге башҡорт драма театры сәхнәһендә үткәрҙе. Йыл да үткәрелгән тамашаларҙан быйылғыһы ихласлығы менән айырылып торҙо. Күрәһең, һуңғы осорҙағы сикләүҙәр тамашасыларҙа сәнғәткә булған һөйөү тойғоһон күпкә көсәйткән. Шуныһы үкенесле: театр бинаһы концертты ҡарарға теләүселәрҙең бөтәһен дә һыйҙыра…

Каникулда – театрға!

Ғинуар башындағы байрамдарҙы күптәребеҙ, бигерәк тә балалар, көтөп ала. Бөтә ғаилә менән бергә ял итеп, саф һауалағы күңелле ҡышҡы уйындар кәйефтәрҙе лә, сәләмәтлекте лә нығыта. Ә инде биттәрҙе Ҡыш бабай семетә башлаһа, күмәкләп театрға килегеҙ! Ғәмһеҙ бала саҡҡа ҡайтарған мөғжизәле спектаклдәргә саҡырабыҙ! 5 –се һәм 6-се ғинуар көндәре 12-00 сәғәттә “ЕРӘН БЕСӘЙ ҺӘМ ЯҢЫ ЙЫЛ”…